Беҙҙең ауыл мәҙәниәтенең бер өлөшөн умырып алып, упҡынға ташлағандай тойолдо Марат ағайҙы – оҫта гармунсыны һәм йырсыны юғалтыу.
Йәмле Әй буйында урынлашҡан Ибрай ауылында тыуған малай бәләкәйҙән халҡыбыҙ моңона ғашиҡ булып үҫә, сөнки ул иҫ белә-белгәндән үҙ янында әсәһе Сәрүәр әбейҙең моңланып йырлағанын, кемдеңдер гармунда уйнағанын тыңлап, күңел түренә һала бара. Аҙаҡтан үҙе лә гармунда уйнарға өйрәнә, йырларға әүәҫ булып китә.
Халыҡ ижадын тергеҙеүҙә, таратыуҙа өлөшө сикһеҙ Марат ағайҙың. Ауылда 15 йыллыҡ тарихи булған “Һомай” фольклор коллективының моңо, йәме, йәне ине ул. Уның менән респуб- ликала, районда үткәрелгән мәҙәни сараларҙа йыш сығыш яһарға тура килде. Гармунын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, шаян һүҙҙәре һәм кәңәштәре менән беҙҙе дәртләндереп, үҙ машинаһында күрше тирә-яҡ ауылдарға, Салауат районына ла алып барып еткерә ине. Уның репертуарында халыҡ йырҙары, тамашасылар яратып тыңлаған “Уҙып барған ғүмер”, “Йәшел яулыҡ”, “Парлы шыршылар”, “Яҙмыштан бәхеттәр көтәм” йырҙары ҙур урын алғайны.
Марат Иштимер улы армия сафынан ҡайтҡас, колхозда механизатор булып эшләй, ә кистәрен, ҡулына гармунын алып, ауыл клубына ашыға. Унда уны тормош юлдашы булырлыҡ оҫта бейеүсе, шаян һүҙле Мәғзүрә көтә. Тырыш, сәмле, аҡыллы йәштәр өйләнешеп, бер- береһенә терәк булып йәшәп китәләр. Матур итеп өй һалып, ялтлап торған донъя ҡороп, мал ишәйтеп, мул баҡсалар үҫтереп тормош көтәләр улар. Бер- береһен шул тиклем ихтирам иткән, аңлаған ғаиләләр һирәктер ул. 40 йылдан ашыу бергә йәшәп, 4 балаға ғүмер бирҙеләр. Ысын ғаилә тәрбиәһе алған балаларының уңыштарына ҡыуанып өлгөрҙө Марат ағай. Хәстәрлекле балаларынан ҡәҙер күрә торған ғүмерҙәре генә ҡыҫҡа булды уның.
Ғүмер буйы ҡурсалап, ҡәҙерләп торған ире ауырып киткәс, Мәғзүрә ниҙәр кисергәндер – зарланманы. Ҡарап, дауалап торһа ла, һаҡлай алманы ул яратҡанын. Ҡара көҙ, ҡара ҡайғыларға һалып, алып китте Марат ағайҙы.
Балаларына көс етмәҫтәй ҡайғы йөгө төштө, дуҫтары, туғандары иңрәне, тирә-яҡ ауылдар хәсрәтләнде. Моңдары ғына ҡалды… Юҡ! Һәр йөрәккә моңло һағыш һалып, яҡты, йылы хис ҡалдырып китте ул. “Һомай” фольклор коллективы менән яҙмышы бергә үрелгән ине. Өлөшлө икәнбеҙ. Беҙгә шулай оҫта гармунсы, моңло йырсы Марат ағай Дәүләтшин менән бер дәүерҙә йәшәргә, сәхнәләрҙә сығыш яһарға яҙған икән, яҙмышыбыҙға рәхмәтлебеҙ.
Гөлнур Ғарипова, “Һомай” фольклор коллективы етәксеһе.