Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Декабрь 2018, 18:05

СҮП-САР БУЕНСА ЯҢЫ РЕФОРМА КӨТӨЛӘ

2019 йылдың 1 ғинуарынан беҙҙең ил ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең яңы системаһына күсә. Бөгөн райондың барлыҡ ауыл биләмәләрендә әҙерлек эштәре бара, сөнки сүп-сар йыйыу майҙансыҡтарын йыһазландырыу, тотоу уларға йөкмәтелгән. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, ташыу, эшкәртеү, үтилләштереү, зарарһыҙландырыу һәм күмеүҙе ойоштороу төбәк операторҙары яуаплылығында. Беҙҙең районда сүп-сар менән эш итеүҙе “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” МУП-ы (Өфө ҡалаһы) көйләй башлаясаҡ. Ә ауылдарҙан сүп-сарҙы туранан--тура Мәсәғүт ауылындағы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына сығарыу менән субподрядсы – “Прогресс” ЯСЙ-һы шөғөлләнәсәк. Бынан тыш, районда төбәк операторы вәкиле эшләйәсәк.

Эш нисек ойоштороласаҡ?
Райондың баш архитекторы Р. Вәхитов әйтеүенсә, район 8 кубометрлыҡ 24 бункер, 0,75 кубометрлыҡ 32 контейнер һатып алған. Уларҙың 12-һе ошо көндәрҙә килтереләсәк. 9 бункер Үрге Ҡыйғы ауыл Советы ауыл биләмәһе территорияһында урынлаштырыласаҡ, ҡалған ауыл биләмәләрендә тәүге осорҙа, һәр ауылдағы халыҡ һанына ҡарап, 2-шәр бункер һәм контейнер ҡуйыласаҡ. Район халҡына төбәк операторы менән айырым документ (килешеү) төҙөргә кәрәкмәй. Әммә сүп-сарҙы сығарып түгеү һәм үтилләштереү өсөн барыһы ла түләргә мәжбүр буласаҡ. Түләү һәр йортта, һәр фатирҙа теркәлгән кешеләр һанынан сығып, нормативтар һәм тарифтарға ярашлы билдәләнәсәк. Юридик берәмектәр: ойошмалар, предприятиелар, учреждениелар (шул иҫәптән мәктәптәр, мәҙәниәт йорттары), эшҡыуарҙар төбәк операторы менән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, ташыу, зарарһыҙландырыу һәм күмеү тураһында яҙма килешеү төҙөргә тейеш буласаҡ. Күпме түләйәсәкбеҙ?
Бөгөн халыҡты борсоған төп мәсьәлә – тариф. Уны БР-ҙың тарифтар буйынса дәүләт комитеты билдәләй. Тариф төбәк операторы эшмәкәрлегенең тотош зонаһында бер үк буласаҡ. Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусының талабы буйынса ул бер нисә тапҡыр ҡайтанан ҡаралды һәм кәметелде. Һуңғы белешмәләргә ярашлы, район үҙәгендә бер кешенән түләү хаҡы – 70, башҡа ауылдарҙа 35 һумдан артмаҫҡа тейеш. Был хеҙмәт өсөн килешеү төҙөргә кәрәкмәгәнлектән, уның өсөн һәр осраҡта түләргә тура киләсәк. Тәүге түләү документтарын беҙ ғинуар аҙағында аласаҡбыҙ. Әгәр ҡулланыусы күрһәтелгән сумма менән килешмәһә, билдәле тәртиптә Тарифтар буйынса дәүләт комитетына мөрәжәғәт итергә тейеш. Кире осраҡта түләүҙән ситләшкән өсөн штраф түләү ҡаралған. Әйткәндәй, ярашлы ведомстволар тарафынан айырым категория граждандарға ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарған өсөн түләү сығымдарын ҡаплау мөмкинлеге ҡарала. Компенсация йә иһә субсидия юллау өсөн, Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенә йә иһә күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Н. Шәмиев, Үрге Ҡыйғы ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы:
– Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең яңы системаһына күсеү планлы рәүештә бара. Әлеге ваҡытта граждандар сходтары үткәрелә, уларҙа беҙ халыҡҡа бункерҙар, контейнерҙар ҡуйыласаҡ урындар, тарифтар һ.б. тураһында хәбәр итәбеҙ. Район үҙәгендә шәхси ихаталарҙан ҡапсыҡлап йыйыу ҙа ойоштороласаҡ. Махсус транспорт сараларының эш графигын һуңыраҡ гәзиттә бирәсәкбеҙ. Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ таҙа ауылда йәшәргә, таҙа һыу эсергә, саф һауа һуларға теләй. Әгәр беҙ сүп-сар менән эш итеүгә мөнәсәбәтебеҙҙе үҙгәртмәһәк, экологик бәләнән ҡотолоу мөмкин булмаясаҡ. Шуға ла райондың һәр кешеһе был мәсьәләгә аңлы мөнәсәбәт күрһәтергә тейеш.

С. Исмәғилева әҙерләне.

Читайте нас: