Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Декабрь 2018, 18:43

ҺӨЙӨҮ ҺӘМ ИЗГЕЛЕК БҮЛӘК ИТЕП

Үҙәк район китапханаһының уҡыу залында район ҡатын-ҡыҙҙарының форумы – “Ағинәйҙәр ҡоро” үтте.

Был ойошма районда 2014 йылда ҡатын-ҡыҙҙарҙы Ҡыйғы районының урындағы үҙидараһына йәлеп итеү маҡсаты менән төҙөлдө. Ҡорҙа “Ағинәйҙәр” район йәмәғәт ойошмаһының 50-нән артыҡ вәкиле, хөрмәтле ҡунаҡ – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, “Ағинәйҙәр” республика йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, “Киске Өфө” гәзите мөхәррире Гөлфиә Янбаева ҡатнашты. Осрашыу Советтар Союзы Геройы Д. Ракшин исемендәге тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән танышыуҙан башланды, уның директоры Р. Мирғәлин музей залдары буйлап экскурсия үткәрҙе, район ҡатын- ҡыҙҙар хәрәкәте тарихының айырым биттәре хаҡында һөйләне. Залда “Тыуған яғым – Ҡыйғы ҡый” тип аталған китап-мәғлүмәт күргәҙмәһе ойошторолғайны. Район йәмәғәт ойошмаһының башҡарылған эштәре, районда үткән “Тамырлы ил – көслө ил” район конкурс эстафетаһының һөҙөмтәләре хаҡында беҙҙең район “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Н. Низамова сығыш яһаны. Үҙенең сығышында Г. Янбаева: “Ҡатын-ҡыҙ ғына алмашҡа бер нимә лә талап итмәйенсә, ер йөҙөндә матурлыҡ, яҡшылыҡ булдырырға, донъяға яңы тормош бүләк итеп, уны һаҡлап-яҡлап һәм бар һөйөүен, изгелеген биреп үҫтерергә һәләтле. “Ағинәйҙәр” ойошмаһы – ябай ҡатын-ҡыҙҙар коллективы ғына түгел, ул иң изге, эшлекле, вайымһыҙ булмаған халыҡтың бер өлөшө. Ҡыйғы районының “Ағинәйҙәр” ойошмаһы вәкилдәре лә, Башҡортостан Республикаһының башҡа райондарындағы һымаҡ, социаль программаларҙы үтәү, ғаилә, ата-әсә статусын нығытыу, йәштәргә әхләҡи тәрбиә биреү буйынса күп эш башҡара,” – тине.
Һуңынан йәмәғәт ойошмаһы ағзалары үҙ ауылдарында алып барылған эштәр хаҡында һөйләне, эш тәжрибәләре менән уртаҡлашты, алда торған бурыстар хаҡында һүҙ алып барҙы. Осрашыу моңло халыҡ йырҙары менән һәм милли башҡорт аҙыҡтары ҡуйылған сәй өҫтәле артында дауам итте.
Г. Мирғәлина, баш китапханасы.

Читайте нас: