Беҙҙең Ҡыйғы
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Декабрь 2018, 19:17

Яңы йыл хәүефһеҙ үтһен

Яңы йыл байрамында янғын хәүефлелеге юғары булған тауарҙар: пиротехника, бенгаль шәмдәре һәм яҡтылыҡ гирляндалары ҡулланыла.

Пиротехника һатып алыу ҡағиҙәләре
Иң мөһим шарт – пиротехниканы махсус магазиндарҙа һатып алыу. Инструкцияһы мотлаҡ рус телендә яҙылған; яраҡлылыҡ ваҡыты күрһәтелгән; тауарҙың сертификацияһы тураһында билдә ҡуйылған; үтилләштереү ысулы тураһында мәғлүмәт бирелгән булырға тейеш. Инструкция менән танышырға ғына түгел, ундағы барлыҡ талаптарҙы үтәргә кәрәк.
Пиротехника һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре
– бындай изделиеларҙы бина эсендә төргәгенән сығармағыҙ һәм ҡулланмағыҙ;
– пиротехниканы өлкән кеше генә ҡабыҙырға тейеш. Ҡабыҙыр алдынан филтәһенең оҙонлоғон тикшерегеҙ, хәүефһеҙ араға китеп өлгөрөү өсөн, ул кәмендә 20 мм булырға тейеш;
– ағастарҙан, машиналарҙан һәм электр тапшырыуы линияларынан алыҫыраҡ китегеҙ;
– ракетаның ҡалдыҡтарын шунда уҡ йыйып алырға ашыҡмағыҙ, сөнки янмайынса ҡалған өлөштәренең ҡулығыҙҙа шартлауы ихтимал. Шыршыны хәүефһеҙ биҙәйбеҙ – шыршыны йылытыу приборҙарынан, шул иҫәптән камин һәм мейестәрҙән алыҫыраҡ ҡуйығыҙ. Кешеләрҙе эвакуациялау талап ителһә, ул бинанан сыҡҡанда ҡаршылыҡ тыуҙырмаҫҡа тейеш;
– шыршы тотороҡло урынлаштырылған булырға тейеш;
– уны еңел яныусан әйберҙәр: мамыҡ, пластик, ҡағыҙ, балауыҙҙан яһалған уйынсыҡтар, шәмдәр менән биҙәмәгеҙ. Гирлянда сифатлы һәм төҙөк, завод гарантияһы менән булырға тейеш.
Әгәр ниндәйҙер етешһеҙлеген күрһәгеҙ йә иһә сәйер еҫ сығыуын тойһағыҙ, гирлянданы шунда уҡ һүндерергә кәрәк.
Шыршы эргәһендә бенгаль уттарын ҡабыҙмағыҙ. Өйҙән сығып киткәндә һәм йоҡларға ятҡанда барлыҡ электр приборҙарын һүндерергә кәрәк.
Шыршы байрамын үткәргәндә янғын хәүефһеҙлеге
Байрамдағы янғын хәүефһеҙлеге өсөн ойошма етәксеһе яуап бирә. Сараны үткәрер алдынан бинаның янғын хәүефһеҙлеге нормаларына ярашлы булыуын тикшереү мотлаҡ:
– әгәр бина эсендә (иҙән, түшәм һ.б.) яныусан материалдар ҡулланылған булһа, байрам 1-се йә иһә 2-се ҡатта уҙғарылырға тейеш;
– яҡтылыҡ күрһәткестәре менән йыһазландырылған кәмендә 2 эвакуация юлы булыуы шарт;
– балалар байрамында хлопушкалар, бенгаль уттары һәм пиротехник изделиелар ҡулланылмауы яҡшыраҡ;
– тәүге янғын һүндереү саралары төҙөк һәм яҡында булырға тейеш;
– байрамда ҡатнашыусы барлыҡ балаларҙың һәм өлкәндәрҙең, шул иҫәптән саҡырылған артистарҙың исемлеген төҙөргә кәрәк. Янғын була ҡалһа, бинанан сығарылған кешеләрҙе ошо исемлек буйынса тикшерергә мөмкин буласаҡ;
– балаларҙың карнавал костюмдарына еңел яныусан әйберҙәр һәм биҙәүестәр беркетелмәүе мөһим.
А. Хәбибуллин, янғын күҙәтеүе буйынса дәүләт инспекторы.

Читайте нас: