Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Декабрь 2018, 18:08

Кемдәргә бүләк бирергә ярамай?

Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдары етеү уңайынан, Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы бүләк биреү һәм алыу тыйылыуы тураһында нормаларҙы хәтерегеҙгә төшөрә.

Коррупцияға ҡаршы закондарға, Рәсәй Федерацияһы Гражданлыҡ кодексына ярашлы, дәүләт һәм муниципаль вазифаларҙы биләүсе кешеләргә, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәргә, айырым ойошмалар хеҙмәткәрҙәренә бүләк биреү, шулай уҡ уларҙың хеҙмәт бурыстарын (вәкәләттәрен) башҡарыуға бәйле бүләк алыуы ҡәтғи тыйыла.
Протокол сараларына, хеҙмәт командировкаларына, башҡа рәсми сараларға бәйле бирелгән бүләктәр был ҡағиҙәнән ситләшеү булып тора.
Башҡа осраҡтарҙа вазифалы кешеләрҙең бүләк алыуы Рәсәй Федерацияһы закондарында нығытылған тыйыуҙы боҙоу булып тора, мәнфәғәттәр ҡаршылығы барлыҡҡа килеүе өсөн шарттар тыуҙыра, улар тарафынан ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың ғәҙеллегенә шик тыуҙыра, шулай уҡ законда ҡаралған яуаплылыҡҡа тарттырыуға, ышаныс юғалтыуға бәйле, эштән сығарыуға, әгәр бүләк ришүәт булараҡ баһаланһа, енәйәт яуаплылығына тарттырыуға килтерә.
Бынан тыш, уларға ҡарата дәүләт (муниципаль) идара функцияларын башҡарһа, вазифалы кешенең үҙенең дуҫтарынан һәм башҡа кешеләрҙән эш ваҡытынан тыш ваҡытта бүләктәр ҡабул итеүе билдәләнгән тыйыуҙы боҙоу булып тора.
Бушлай хеҙмәттәр (эштәр) менән файҙаланыуҙан, шулай уҡ мөлкәт ҡабул итеүҙән, шул иҫәптән ваҡытлыса файҙаланыу өсөн, тыйылырға кәрәк. Сөнки вазифалы кешегә һәр төр матди файҙа рәүешендә бүләктәр алырға рөхсәт ителмәй.
Беҙҙең хәбәрсе.

Читайте нас: