Беҙҙең Ҡыйғы
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Декабрь 2018, 17:50

Төп стратегик маҡсат – халыҡтың тормошон яҡшыртыу

Ошо көндәрҙә 2030 йылға тиклем райондың социаль-иҡтисади үҫеше стратегияһы буйынса асыҡ тыңлау үтте. Уны район хакимиәте заказы буйынса БР-ҙың Стратегик тикшеренеүҙәр институты әҙерләгән.

Районды үҫтереү стратегияһы – райондың социаль-иҡтисади үҫеше буйынса яңы бурыстарҙы бойомға ашырыу өсөн нигеҙ. Райондағы ресурстар, иҡтисад һәм интеллектуаль потенциал халыҡ тормошоноң юғарыраҡ кимәленә сығырға мөмкинлек бирә ала.
Институт белгестәре И. Ғәбиҙуллин, Р. Шәғәлиев, Н. Трофимовалар йыйылыусыларҙы үҫеш йүнәлештәре менән таныштырҙы һәм, райондың географик, иҡтисади үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, төп баҫымды ағас эшкәртеүгә, ауыл хужалығына һәм туризмға яһарға кәрәк, тип билдәләне. Сығыш яһаусылар әйтеүенсә, үҫеш векторҙары райондың социаль-иҡтисади хәлен тәрән анализлау, халыҡтан, эшҡыуарҙарҙан анкета тултыртыу нигеҙендә билдәләнгән.
Ҡыйғы районы республиканың барлыҡ төньяҡ-көнсығыш райондары менән сиктәш, был, үҙ сиратында, район-ара кооперация үҙәге төҙөү (мәҫәлән, ауыл хужалығы продукцияһын ҡабул итеү, тәүге һәм тәрән эшкәртеү) өсөн ҙур мөмкинлектәр бирә. Күрше Свердловск һәм Силәбе өлкәләрендә экологик яҡтан таҙа һөт, ит ризыҡтарына һорау бар.
Райондың көньяҡ өлөшө – Әй буйы зонаһы туризмды үҫтереү өсөн ҡулай. Салауат районында геопарк булдырылыуы ла ыңғай роль уйнай ала. Бөрө–Таҙтүбә–Һатҡы юлы (Ҡариҙел аша) төҙөлгәс, юл буйы сервисы өлкәһендә мөмкинлектәр асыласаҡ. Райондың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә мал аҙығы әҙерләүгә баҫым яһау мөһим, был Мәсетле районы өсөн дә актуаль. Үҙәк зоналағы бай урман ресурстары урман сәнәғәте секторын үҫтереүҙе күҙ уңында тота. Ағас ултыртыу менән шөғөлләнеү мотлаҡ, был оҙайлы сроклы, әммә бик мөһим перспектива.
Стратегияла ҡаралған сараларҙы бойомға ашырыу кеше потенциалын үҫтереү өсөн стимулдар булдырыуға, иҡтисад үҫешенең юғары темптарын тәьмин итеүгә килтерә. Уны бойомға ашырыуҙың төп механизмдары – булған производствоны модернизациялау, яңыларын булдырыу, инновацияларҙы, инвестицияларҙы киңерәк файҙаланыу, сәнәғәттең һәм агросәнәғәт комплексының юғары технологиялы тармаҡтарын үҫтереү, район өсөн яңы булған өлкәләрҙә проекттарҙы тормошҡа ашырыу.
“Инвестициялар һәм төрлө кимәл бюджеттарҙың аҡсаһын йәлеп итеү өсөн, Стратегия төп документ булып тора. Шул уҡ ваҡытта ул “һығылмалы”, йәғни унда ҡаралған сараларҙы бойомға ашырғанда үҙгәрештәр, төҙәтмәләр индерергә мөмкин,” – тип аңлатты Р. Шәғәлимов һәм, күрше райондар менән файҙалы хеҙмәттәшлек итеү өсөн, муниципаль-ара Совет төҙөргә тәҡдим итте. Төп стратегик маҡсат – үҙенсәлекле потенциалды һөҙөмтәле файҙаланыу нигеҙендә халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу. Ошо көндәрҙә документ район Советы депутаттары иғтибарына раҫлау өсөн сығарыласаҡ.
С. Исмәғилева.

Читайте нас: