“ Ойошмаларҙың матди-техник базаһын нығытыу һәм мобиллеген булдырыу – беҙҙең төп бурыстарыбыҙҙың береһе. Был машиналарҙың һуңғыһы булмаҫына, автопарктың артабан да яңыртыласағына ышанабыҙ,”– тине Шамил Радил улы.
“Лада Гранта” автомобиле асҡыстарын алып, Арыҫлан ауыл Советы ауыл биләмәһе эштәр башҡарыусыһы З. Ҡотошева республика һәм район етәкселегенә рәхмәт белдерҙе һәм: “Беҙҙең ауыл Советына ете ауыл инә, ул районда иң ҙур ауыл биләмәһе булып тора. Яңы транспорт сараһы – беҙҙең өсөн зиннәт түгел, ә көндәлек бурыстарыбыҙҙы үҙ ваҡытында сифатлы башҡарыу һәм килеп тыуған мәсьәләләрҙе ваҡытында хәл итеү өсөн бик кәрәкле сара,” – тине.
Мәғариф бүлеге дүрт транспорт сараһына эйә булды. “ПАЗ” автобустары Түбәнге Ҡыйғы ауылы урта мәктәбенә һәм Үрге Ҡыйғы ауылы лицейына бүленде, “ГАЗель” Йыланлы ауылы урта мәктәбенә юлланды, бынан тыш мәғариф бүлеге өсөн “Лада Ларгус” һатып алынған. “Мәктәп автобустары автопаркы 25 транспорт сараһынан тора һәм ул даими рәүештә яңыртыла. Бөгөн ауыл мәктәптәренә бүленгән автобустар хәүефһеҙлек талаптарына тулыһынса яуап бирә. Был балаларға уҡырға йөрөргә уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттар булдырыуҙың төп гарантияһы булып тора,” – тип билдәләне мәғариф бүлеге начальнигы И. Һаҙыев.
Үҙәк район дауаханаһының тиҙ ярҙам бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре үҙ пациенттары эргәһенә яңы һәм заманса автомобилдә сығасаҡ. Ул ил төбәктәрен санитар автотранспорт менән тәьмин итеү федераль прог раммаһы сиктәрендә алынған. Ун йылдан ашыу тиҙ ярҙам хеҙмәтендә эшләүсе тәжрибәле фельдшер З. Ғатауллина яңы транспорт сараһына шатланып бөтә алмай. “Был медиктарға ғына түгел, барлыҡ район халҡына Яңы йыл бүләге. Яңы машина һынатмаҫ, беҙгә күберәк халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтергә ярҙам итер, тип ышанабыҙ,” – тине ул. Медиктар әйтеүенсә, машина хәүефһеҙлек һәм уңайлылыҡ буйынса яңы ГОСТ талаптарына яуап бирә.
Тағы ла бер “Лада Гранта” машинаһының асҡыстары мәҙәниәт бүлегенә тапшырылды. Бүлектең начальнигы И. Шәрәфетдинов рес- публика етәкселегенә, район хакимиәтенә мәҙәниәт өлкәһенә күрһәтелгән иғтибар һәм ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре халыҡты мәҙәни яҡтан хеҙмәтләндереүгә бар тырышлығын һаласаҡ, тип ышандырҙы.
Гәзиттең яңы һаны баҫырға әҙерләнгәндә беҙгә Ҡыйғы ветеринария станцияһына биопрепараттарҙы һәм дарыуҙарҙы ташыу өсөн махсус һыуытҡыстары булған “Лада Ларгус” автомобиле килтерелеүе билдәле булды.