Яңы 2019 йыл уңайынан иң изге теләктәрҙе ҡабул итегеҙ!
Был иң яҡты һәм көтөп алынған ғаилә байрамы һәр кемгә изгелек һәм шатлыҡ бүләк итә. Уны иң яҡын кешеләрең менән бергә үткәреү йолаһы төрлө быуын кешеләрен берләштерә. Ошо көндәрҙә беҙҙең йорттарыбыҙҙа шатлыҡ һәм байрам мөхите хөкөм итә, саф күңелдән иң саф теләктәр яңғырай. Яҡынлашып килгән 2019 йыл барыбыҙға ла яңы мөмкинлектәр асһын! Балаларығыҙ үҙҙәренең уңыштары менән ҡыуандырһын, туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ һәр саҡ иҫән-һау булһын, бар хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын! Һәр кешенең Яңы йыл төнөндә теләгән бар изге теләктәре киләһе йылда тормошҡа ашһын.
Иҫән-һау, сәләмәт һәм бәхетле булығыҙ! Һәр йортта именлек һәм тыныслыҡ, муллыҡ һәм киләсәккә ышаныс, шатлыҡ һәм мөхәббәт хөкөм һөрһөн!
Хакимиәт башлығы Ш.Р. Мөхәмәтдинов.