Беҙҙең Ҡыйғы
+25 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
28 Декабря 2018, 12:56

Юбилей күргәҙмәһе дипломанттары булдылар

Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең “Экспо” күргәҙмәләр комплексында (Өфө ҡалаһы) Волга буйы федераль округы халыҡтары сәнғәтенең бишенсе юбилейлы күргәҙмә-фестивале үткәрелде. Беҙҙең район оҫталары ла күргәҙмәлә әүҙем ҡатнашты.

Сарала ҡатнашыусы Үрге Ҡыйғы 2-се урта мәктәбенең һынлы сәнғәт һәм технология дәрестәре уҡытыусыһы У. Таһиров һөйләүенсә, “Өфө-Ладья. Арт. Һөнәрҙәр. Сувенирҙар” күргәҙмә-фестивале халыҡ кәсептәренең бай төрлөлөгөн сағыу күрһәткән. Абзай ауыл китапханаһы хеҙмәткәре Г. Байрамова кейеҙҙән һәм йөндән үҙе яһаған эштәре: сувенир быйма, биҙәүес, брошка, һүрәттәр менән ҡатнашты.
Мәсәк ауылы китапханаһы хеҙмәткәре З. Йомағолова заман стиленә яраҡлаштырылған, мәрйен, декоратив таштар һәм боронғо тәңкәләр менән биҙәлгән һаҡалдар (түшелдерек) алып килгәйне. Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң өҫтәмә белем биреү педагогы З. Йәнгировтың һәм Үрге Ҡыйғы 2-се урта мәктәбенең 6–7-се кластар уҡыусыларының ағастан яһалған һоҡланғыс һәм ҡабатланмаҫ эштәре беҙҙең район экспозицияһының биҙәге булды.
Комиссия беҙҙең райондан ҡуйылған эштәрҙе яҡшы баһаланы һәм Дипломдар менән бүләкләне, ә ҡуйылған экспонаттарҙы һатып алыусылар тиҙ арала алып бөттө.
Был көндө шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр уҙғарылды. “Беҙ белемдәребеҙҙе яңырттыҡ, дуҫтар, фекерҙәштәр таптыҡ, миндә яңы идея – йүкә үҙағасын күләмле һырлау менән шөғөлләнеү теләге тыуҙы,” – тип бүлеште үҙ фекерҙәре менән оҫта У. Таһиров.
Л. Саҙретдинова.

Читайте нас