Ауыл мәҙәниәт йортоноң өлкән методисы Гөлшат Вагайцева әйтеүенсә, капиталь ремонт буйынса эштәрҙең дөйөм хаҡы 577,4 мең һумлыҡ булған. Республика бюджетынан – 352,3 мең һум, муниципаль район бюджетынан 88,0 мең һум бүленгән, урындағы халыҡтан – 76,4 мең һум, юридик берәмектәрҙән 60,6 мең һум йыйылған. Ағас тәҙрәләр пластик тәҙрәләргә алмаштырылған, шулай уҡ ишектәр яңыртылған. Бынан тыш, бинаның ҡыйығы профнастил менән ҡайтанан ябылған. Иҫке Мөхәмәт ауылы халҡын ошо ваҡиға менән ҡотларға район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ф. Сафин килде. Ул проектты тормошҡа ашырыуға тос өлөш индергән активистарға рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Беҙҙең хәбәрсе.