Беҙҙең Ҡыйғы
+12 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
29 Декабря 2018, 10:47

“МИН БЫНДА ТЫУҒАНМЫН, БЫНДА – ҒӘЗИЗ ТӨЙӘГЕМ”

Район үҙәге – Үргге Ҡыйғғы ауылынан ҡала, Түбәнгге Ҡыйғы ауылы халыҡ һаны буйынса икенсе урында тора. Был ике ауыл “йәштәштәр” булып тора һәм 2018 йылда 315 йыллыҡ юбилейҙарын билдәләне.

Өс быуат дауамында түбәнге ҡыйғылар ауыл һәм республика тарихына намыҫлы хеҙмәттәре һәм асыштары менән үҙ исемдәрен яҙған. Бында илдең күп кенә билдәле ғалимдары донъяға килгән һәм үҫкән, лайыҡлы белем һәм тәрбиә алған. Профессорҙар, фән докторҙары Рим Ғарипов, Абрик Камалов, Заур Камалов, Казбек Баймөхәмәтов, Радил Мөхәмәтдинов, РФ-ның халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әһәҙуллина фән үҫешенә тос өлөш индерә. Улар бөгөн дә ауылдаштарына төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.
Рәшит Әхмәтшин, Рөстәм Нәжипов, Рөстәм Сәйфуллин, Марат Саттаров кеүек ғалим- белгестәр, шулай уҡ мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәре, мәҫәлән, Сибай драма театры артисткаһы Алфира Мөхәмәтйәнова һәм башҡалар үҙе эшләгән өлкәлә ҙур уңыштарға ирешә.
Үҙенең тыуған ауылына арналған тантаналы кисәне район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов асты. Йыйылған халыҡты сәләмләп, тыуған ауылдары менән бәйләнештәрен өҙмәгәндәре өсөн, ул ҡунаҡтарға ҙур рәхмәт белдерҙе. 2019 йылғы төҙөлөш эштәре планына Түбәнге Ҡыйғы ауылында 42 миллион һумға 150 урынлыҡ ауыл мәҙәниәт йорто төҙөүҙең дә индерелеүен хәбәр итеүе халыҡ өсөн ҙур ҡыуаныс булды. Проект-смета документтарын төҙөү буйынса эштәр өсөн үҙ еренең патриоты К. Абзалов 400 мең һум биргән. Шулай уҡ Шамил Радил улы, ҡар таҙартыу һәм ер эштәрен башҡарыу өсөн, Урындағы инициативаларҙы хуплау программаһы сиктәрендә һатып алынған тракторға аҫылмалы бульдозер ҡорамалдарын һатып алыуға район бюджетынан аҡса бүленәсәге тураһында ла белдерҙе. Ауыл юбилейы хөрмәтенә “Техресурс” компанияһы (генераль директоры А. Әхмәтов) тракторға аҫылмалы көрәк бүләк иткән. Хәҙер төҙөкләндереү эштәрен башҡарыу күпкә еңелерәк буласаҡ.
Ауылда һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе хәл ителә, 19 км оҙонлоҡта һыу торбаһы һалына. Киләсәктә урам юлдарын капиталь ремонтлау, паркты төҙөкләндереү һәм “Ҡала мөхите” программаһы сиктәрендә ял өсөн шарттар булдырыу планлаштырыла.
Ауылдың юбилейы алдынан Түбәнге Ҡыйғы ауыл Советы ауыл биләмәһе Советы ултырышы үткән. Унда “Түбәнге Ҡыйғы ауылының Почетлы гражданы” исемен биреү тураһында комиссия ҡарары раҫланған. Ауыл биләмәһе башлығы Петр Руднев диплом, таныҡлыҡ һәм значоктарҙы тапшырып, “Почетлы граждан исеме бөтә ғүмерен ауыл үҫешенә һәм халыҡ именлеген яҡшыртыуға арнаған иң абруйлы кешеләргә бирелә,” – тип билдәләне.
Был көндө Калинин исемендәге колхоздың намыҫлы хеҙмәттәре менән малсылыҡты һәм үҫемлекселекте үҫтергән, районда ғына түгел, республика һәм ил кимәлендә юғары һөҙөмтәләргә ирешкән баҫыу һәм ферма эшсәндәренә бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде. Бөгөн уларҙың күбеһе беҙҙең арала юҡ инде, ләкин бөйөк эштәре халыҡ хәтерендә. Улар араһында: колхоз рәйестәре Мөхәррәм Ғарипов, Әхсән Шәрипов, Юрис Хәмиҙуллин, Роберт Сәйфуллин; агрономдар Рәис Әхмәтшин, Казбек Йыһануров, зоотехник Нәҡип Зиннәтуллин; алдынғы бригадирҙар Ғәлимйән Рәхимйәнов, Вәкил Әхмәтов, Рафаил Нуретдинов, малсылыҡ комплексы етәкселәре Рәшит Закиров, Радик Ханнанов, Булат Хәбибуллин, механизаторҙар Саяф Заһиров, Рөстәм Хәкимйәнов, Винер Фәхрисламов, Талип Ыласынов, Ким Зарипов, Мөҙәрис Ғатауллин, Юрис һәм Фәнүр Фазлыевтар, Мәжит Фәретдинов, Борис Ҡыямов; алдынғы һауынсылар Люза Ғәлимова, Динә Мөфтәхова, Гөлфариза Ғарипова; малсылар Нихәт Абзалов, Зәйтүнә Вәхитова; иң яҡшы икмәк бешереүсе Динә Вәлиева һәм башҡалар.
Бөйөк Ватан һуғышы фронтовиктары, уҡытыусылар Ғәлләм, Кираметдин, Муллахмәт Шәриповтар, Ғилметдин һәм Ғәлим Мөхөтдиновтар, Арслан Мырҙаҡаев, Ахун Сәйфуллин, Фәиз Әхмәтшин, Мансур Ҡәйүмов, Вәкил Кәримов, Фазыл Шакировтар бер нисә быуын балаларҙы тәрбиәләүгә һәм уҡытыуға ҙур тырышлыҡ һалған. Уларҙы кисәлә тәрән ихтирам менән хәтергә алдылар.
Шулай уҡ мәғариф хеҙмәткәрҙәре һәм халыҡ һаулығы һағында тороусылар исеменә бик күп рәхмәт һүҙҙәре белдерелде.
Юбилей тантанаһы бүләктәрһеҙ ҙә булманы. Азат Абзалов урындағы мәктәпкә заманса компьютер тапшырҙы. Мәктәп директоры Н. Богданова бүләк өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерҙе һәм Радил Мөхәмәтдинов бүлгән аҡсаға физкультура дәрестәре өсөн 12 пар саңғы һатып алыныуы тураһында хәбәр итте.
Түбәнге Ҡыйғы ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Петр Руднев әүҙем йәмәғәтселәргә һәм уҡыусылар араһындағы ижади конкурстар еңеүселәренә ауыл хакимиәтенең рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
БР-ҙағы Ғаилә йылында “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән наградланған Римма Ринат ҡыҙы һәм Фларит Баймөхәмәт улы Миңләхмәтовтарға, өлкән быуын вәкилдәре: 93 йәшлек Фәрбизә Фәтих ҡыҙы Фазлыеваға, 80 йәшлек юбилейын билдәләгән Винер Ҡыям улы Хилажевҡа, Тәнзилә Нурулла ҡыҙы Низамоваға, Джемма Зәки ҡыҙы Садиҡоваға, шулай уҡ ҡул эштәре оҫтаһы Римма Фәтих ҡыҙы Нафиҡоваға мәҙәниәт йорто сәхнәһендә бүләктәр бирелде.
Ауыл юбилейы билдәләнгән йылда бергә ғүмер итеүҙәренең 50 йыллығын билдәләгән Лида Абдулла ҡыҙы һәм Әшрәфйән Ҡәүи улы Фәрүәжевтарға республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Р. Хәбиров исеменән ҡотлау хаты һәм иҫтәлекле бүләк тапшырылды.
Был байрам кисендә ауылдың талантлы ижад коллективтары сағыу концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Башҡорт дәүләт филармонияһының атҡаҙанған артистарының сығышы сараға айырым йәм өҫтәне.

Л. Саҙретдинова. Автор фотоһы.
Читайте нас