Беҙҙең Ҡыйғы
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Ғинуар 2019, 12:36

“ЭШ – МИНЕҢ БУЛМЫШЫМ ”

Һауынсы һөнәре – ауыр, ныҡышмалылыҡ талап иткән хеҙмәт. Ауыл хужалығы предприятиеһының именлеге тап малсыларҙың тырышлығына бәйле, сөнки бөгөн һөт килем алыуҙың төп сығанаҡтарының береһе булып тора. “Төньяҡ- Көнсығыш” АП-һы һөт етештереү фермаһы уңғандары быны яҡшы аңлай һәм, юғары күрһәткестәргә өлгәшеп, тырышып эшләй. Алдынғы һауынсы Мәрфүғә Фәхрәзи ҡыҙы Ғәлләмованың тырышлығы юғары баһа алды. Ул Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.

Мәрфүғә Фәхрәзи ҡыҙы сығышы менән Сағир ауылынан. Ул баҫалҡы, йөҙөнән йылмайыу китмәгән, мөләйем, һәр саҡ алсаҡ, бар кешегә лә ыңғай мөнәсәбәтле кеше. Урта мәктәпте тамамлағас, Учалы ҡалаһында тегеү фабрикаһында эшләй. Яҙмышын осратып, 1990 йылда Ҡөлмәт ауылына килен булып төшә. 15 йыл урындағы мәктәптә эшләй, 2009 йылда урындағы фермаға һауынсы булып килә. Һәм шунан башлап көн дә иртәнге алтынан әхирәттәре менән эшкә ашыға. Үҙенең эш сәғәттәрен ул ентекләп һөйләй, сөнки уның көн һайын башҡарған эшендә ваҡ-төйәк мәсьәләләр юҡ. Мәрфүғә Фәхрәзи ҡыҙы әйтеүенсә, һәр һәүкәшкә айырым ҡараш, һаулығына, ашатыуына айырым иғтибар талап ителә. “Ферма ҡышҡылыҡҡа тулыһынса аҙыҡ менән тәьмин ителгән. Малдарҙың рационында бесән, сенаж, иген фуражы, тоҙ ҡаралған. Коллектив ҙур түгел, әммә эшкә һәләтле, өс һауынсы иҫәпләнә. Минең менән бергә Гөлнур Әхмәдйәнова, Зөһрә Ғималова эшләй. Улар барыһы ла үҙ бурыстарын тырышып башҡара. Әле һәр һыйырҙан тәүлегенә 8–10 кг һөт һауабыҙ. Һауылған һөттөң күләменән тыш уның сифатын да ҡайғыртабыҙ: ул һис шикһеҙ юғары сортлы һәм 3,8–3,9 % ҡуйылыҡта булырға тейеш,” – тип һөйләй ул.
– Һыйырҙар торған урын һәр саҡ таҙа, малдар сәләмәт һәм ҡараулы, – тип һауынсыларҙың эшен баһалай “Төньяҡ-Көнсығыш” АП-һы һөт етештереү фермаһы етәксеһе З. Фәттәхова. – Мәрфуға Фәхрәзи ҡыҙы айырыуса үҙ эшен яуаплы һәм тырышып башҡара, шуға күрә үҙ малдарының продуктлылығын арттырыуға һәм ҙур күрһәткестәр алыуға өлгәшә.
М. Ғәлләмованың үҙ ихатаһында ла мәшәҡәттәр етерлек. Йорт тултырып мал аҫрайҙар. Тормош иптәше Рәүеф Барый улы менән өс ҡыҙ үҫтергәндәр, улар тыуған оянан осоп таралышҡан инде, әммә йыш ҡайтып, ата- әсәләренә хужалыҡ эштәрендә ярҙам итеп торалар.

Н. Нәғимов. Автор фотоһы

Читайте нас: