Беҙҙең Ҡыйғы
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Ғинуар 2019, 13:16

МИНЕҢ АУЫЛЫМ ТАРИХЫ

Минең ауылым Оборона тип атала торғайны. Беренсе Бөтә донъя һуғышы тамамланғас, Николай батша һуғышта ҡатнашҡан йәш егеттәргә ер бирергә ҡарар сығарған. Әммә был ҡарар үтәлмәй ҡала, граждандар һуғышы башлана. Һуғыш тамамланғас ҡына, илдә ер тураһында уйлана башлайҙар һәм Солтан тигән кеше Златоустан Өфөгә, Стәрлетамаҡҡа барып, ер бүлеү тураһында ҡарар алып ҡайта. Ошонан һуң бер нисә ғаилә Түбәнге Ҡыйғынан бүленеп сығырға ҡарар итә. Ләкин 1921 йылда Түбәнге Ҡыйғыла ҡаты янғын була, күп халыҡ өйһөҙ ҡала, һуңынан 1924 йылдағы аслыҡ һөҙөмтәһендә күп кеше ҡырыла.

Аҙаҡтан Түбәнге Ҡыйғы ауылынан мәсәктәрҙең ерҙәрен бүлеп алып, кешеләр, күсенә башлай. 1925 йылда өс кенә хужалыҡ килеп ултыра. Был хужалыҡтар Кәрим, Фазлый, Мөғтәбәр ҡарттарҙыҡы була. 1926–1927 йылдарҙа күпләп күсәләр. 1928 йылда 30 өйгә етә. Уларҙың һәр береһенә айырым ер бүлеп бирелә. Ғәлимулла ере, Сөнәй ере, Бәҙәр сауыллығы, Хәйербанат сауыллығы, Ғилмикүл тауы, Ғәйшә, Үтәмеш тауы – был исемдәр уларҙан ҡалған. Һәр береһе ер эшкәртеп йәшәй башлаған. Улар бик татыу, матур йәшәгән. 1931 йылда коллективлаштырыу башланғас, уларҙың малдарын колхозға алғандар. Өсәр һыйырҙың, аттарҙың береһен ҡалдырып, икеһен алғандар. Ерҙәрен алып колхозға биргәндәр.

Ауыл халҡы йыйылып ат, һыйыр ябыр өсөн балсыҡтан һарай һалған. Был һарайҙар 1956–1957 йылдарға тиклем бар ине. Эсер һыуҙы Ыйыҡ йылғаһынан ҡаҙып килтергәндәр. Өмәлә 3 бригада – 40 кеше ҡатнашҡан. Был йылғаны ҡаҙып, Ҡыйғы йылғаһына ҡушҡандар һәм үҙ көстәре менән тимерлек төҙөгәндәр. Был эште Ҡорбанғәлиев Ғәлимулла ойошторған, ул арба, сана эшләгән, ат дағалаған. Шулай уҡ Ыҡ йылғаһы ярында тирмән төҙөй башлағандар.

Ауылыбыҙҙы Түбәнге Ҡыйғынан бүленеп сыҡҡан өсөн, “Ҡыртыш” тип йөрөткәндәр.

Беҙҙең ауылды “Беренсе Май” колхозының өсөнсө бригадаһы итеп тәғәйенләгәндәр, бригадир вазифаһын Әхмәтйәнов Мәғәсүмйән башҡарған. Колхоз алдынғыларҙан булған.

Көтмәгәндә ҡаты һуғыш сыға. Был ваҡытта ауылда 35 өй була. Һуғышҡа ауылдан 40 кеше киткән. Шулар араһында 5 өйҙән аталы-уллы ҡатнашҡандар. Ауылда бригадир булып Банат Әхтәмова ҡалған. Ауылдағы бар хужалыҡ эштәре ҡатын-ҡыҙҙар, йәш үҫмер балалар иңенә ятҡан. Улар ат егеп ер һөргәндәр, үгеҙ менән колхоз малдарына аҙыҡ ташығандар.

Халыҡ аслыҡтан ҡырылған. Ҡар аҫтында ҡалған ашлыҡ ашап, ангина ауырыуынан ауылыбыҙҙа 40 кеше үлгән. Һәр бер өйҙә 4–5 бала булһа, уларҙан бер-икеһе генә тере ҡалған. Ҡатын-ҡыҙҙар тырышып еңеү өсөн көс түккән.

Көтөлгән еңеү килгәс, ауылыбыҙға яралаған һалдаттар ҡайта башлай. Киткән 40 кешенән 23-ө генә әйләнеп ҡайтҡан, 17-һе ятып ҡалған. Улар араһынан икеһе – I төркөм, өсөһө – II төркөм, бишеһе – III төркөм инвалид булып ҡайта. Инвалид булһалар ҙа, колхозды аяҡҡа баҫтырырға тырышып эшләнеләр. Ат менән ер һөрҙөләр, ҡышын колхозға утын киҫтеләр.

Ауылыбыҙға 1950 йылда тәгәрмәсле трактор килде. Уға Хужин Миңлеғәлим ултырҙы. 1951 йылда “НАТИ” тракторы килтерелде. Улар менән ер эшкәрттеләр.

Ауылыбыҙ шундай тырыш, алдынғы булған өсөн, Оборона тип исем ҡуштылар. Тормош алға китте, ауыл күтәрелә башланы. Ауылыбыҙҙа һуғышҡа тиклем эшләп килгән башланғыс мәктәп яңынан эшләй башланы. Халыҡ үҙ көсө менән радио керетте. Бәләкәй магазин асылды.

Бригадабыҙҙа һыйыр фермаһы төҙөлдө, иген келәттәре һалынды. Халыҡ тырышып эшләне. Ағалы- ҡустылы Исмәғилевтәр – алдынғы водителдәр, ағалы-ҡустылы Әхмәтйәновтар алдынғы тракторсылар булды.

Беҙҙең ауылыбыҙ бәләкәй генә булһа ла, бында 4 класс ҡына тамамлап киткән байтаҡ балалар артабан ҙур һөнәр эйәләре булды. Дәүләтханова Зәйнәб – терапевт, Хафизова Анида Фәиз ҡыҙы – педиатр, Вәлиәхмәтова Резеда, Ҡорбанғәлиева Лена – атҡаҙанған педагогтар, Вәлиев Радис – юғары категориялы инженер, Ниғмәтуллина Лениза – педагог, Дәүләтханова Фаягөл ветеринар булып эшләне. Риянов Бильян майор званиеһына иреште. Һуғыштан һуң үҫкән йәш быуын уҡып, һөнәр эйәләре булды.

Мин ауылым менән бик ғорурланам! Гөрләп йәшәгән ауылым 1963 йылды тарҡатылды. Унда эшләп килгән хеҙмәтсәндәр “Новир мир” колхозында тырышып хеҙмәт итте, төрлө наградаларға лайыҡ булды, депутат итеп тә һайланды.

Ауылымдың иҫтәлеге булып Һаҡлау тауым гөрләп тора. Йыл да шунда “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” осрашыуын үткәрәбеҙ һәм ауылдаштарым ҡайтып йөрөй. Улар тырышлығында ауыл зыяраты яңынан кәртәләнде. Йыл да беҙҙе ҡалдырып киткәндәрҙе иҫкә алып осрашып торабыҙ.


Л. Ваһапова, ветерандар советы рәйесе, хеҙмәт ветераны. Кандаковка ауылы



Читайте нас: