Беҙҙең Ҡыйғы
-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Ғинуар 2019, 13:07

НЫҠЛЫ ҒАИЛӘ – ЙЫЛЫ УСАҠ, ИЛҺАМ СЫҒАНАҒЫ УЛ

50 йылдың дүрт миҙгелен: ҡарлы-буранлы, ҡаты һыуыҡлы 50 ҡышын, ләйсән ямғғырлы, бөрөгә тулышҡан, ынйы сәскәле 50 яҙын, емеш-еләкле, көмөш һыулы, хуш еҫле 50 йәйен, 50 алтын көҙөн Рәдүл Әхмәҙулла улы һәм Фәриҙә Ғәҙей ҡыҙы Ғәйфуллиндар бергә ҡаршы алып, бергә үткәндәр. Улар Солтан ауылының үрнәк ғаиләләрҙең береһе булып тора.

Фәриҙә Ғәҙей ҡыҙы 1944 йылдың 25 майында Стәрлебаш районының Стәрлебаш ауылында донъяға килә. Унынсы класты тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология бүлегенә уҡырға керә. Буласаҡ тормош иптәше Рәдүл менән бер курста уҡый. Бишенсе курсты уҡып бөткәс, улар өйләнешә. Һәм ауылға эшкә ҡайталар. 1968 йылда мәктәп 8 йыллыҡ була. Йәш белгес рус теле һәм тарих фәндәренән белем бирә. 1971 йылда Кандаковка ауыл Советында рәйес булып эшләй. Һәм яңынан мәктәпкә күсеп, уҡытыу буйынса директор урынбаҫары эше йөкмәтелә. Ул 2008 йылға тиклем рус теленән белем бирҙе. Хәҙер хаҡлы ялда булһа ла, әле һаман кәңәштәре менән элекке уҡыусыларына ярҙам итеп тора. Сабыр холоҡло, асыҡ йөҙлө, мәрхәмәтле, ярҙамсыл ул. Фәриҙә Ғәҙей ҡыҙы аш-һыуға ла бик оҫта. Тәмле бәлештәре, ғөбәҙиәләре телеңде йоторлоҡ уның. Ҡул эштәре буйынса ла уға еткән кеше юҡтыр Солтан ауылында.
Ә Рәдүл Әхмәҙулла улы 1940 йылдың 3 декабрендә Майский ауылында тыуа. Бәләкәй Рәдүл ете айлыҡ саҡта атаһы һуғышҡа китә. Ә 1943 йылда “Хәбәрһеҙ юғалды” тигән хәбәр килә. Әсәһе Зәйтүнә Садиҡ ҡыҙы улын яңғыҙы ғына тәрбиәләп үҫтерә. Ул Майский мәктәбендә 7-се класс белем ала. Артабан 1955 йылда Ҡыйғы урта мәктәбенә уҡырға бара һәм 1959 йылда уны тамамлай. Һуңынан армия хеҙмәтенә алына. Өс йыл Киевта хеҙмәт итә. Ҡайтҡас, колхоз эшенә тотона, Кандаковкала китапханасы булып эшләй. Рәдүл Әхмәҙулла улы ла 1963 йылда шул уҡ уҡыу йортона уҡырға инә. Институтты тамамлағас, йәш кәләше менән Кандаковка мәктәбенә эшкә ҡайталар. Завуч булып эшкә тотона. Йәш белгесте артабан мәктәп директоры итеп үрләтәләр. Ете йыл шул вазифала эшләй. Ошо осорҙа мәктәп һалдыра. 1974 йылда урта мәктәп асыла. Ветеран 65 йәшенә тиклем тыуған мәктәбендә эшләй. Рәдүл Әхмәҙулла улын тере энциклопедия менән сағыштырырға мөмкин. Уға ниндәй һорау менән мөрәжәғәт итһәң дә,ул һис яуапһыҙ ҡалдырмаҫ.
Рәдүл ағай менән Фәриҙә апай 50 йыл бергә татыу, мәғәнәле, фәһемле, күптәр өсөн үрнәк булырлыҡ тормош юлы үтә. Ошо йылдар эсендә ике бала: бер ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улдары Алмаз Силәбе ҡалаһында индустриаль техникумды тамамлап, механик һөнәрен ала. Ғаиләһе менән ауылда төпләнгән, вахта ысулы менән эшләй. Әйткәндәй, килендәре Альбина Солтан төп дөйөм белем биреү мәктәбендә мөдир булып эшләй.
Ә ҡыҙҙары Лариса Өфөлә кооператив техникумында һөнәр алған, һатыусы булып эшләп йөрөй. Шулай уҡ уларҙы бер ейәнсәре һәм дүрт ейәне үҙҙәренең уңыштары менән ҡыуандырып тора. Берҙән-бер ейәнсәрҙәре Аурика Мәскәүҙә кейәүе менән йәшәй. Ул күптән түгел техник фәндәр кандидаты булды.
Ныҡлы ғаилә ир-ат өсөн дә, ҡатын-ҡыҙ өсөн дә – йылы усаҡ, илһам сығанағы ул. Солтан ауылында Ғәйфуллиндар ғаиләһе 50 йыл элек ҡабыҙған ғаилә усағын һүндермәйенсә, бер- береһенә терәк булып, матур йәшәйҙәр. Ҡалған ғүмерҙәрен дә именлектә, ныҡлы һаулыҡта, шатлыҡ- ҡыуаныста бергәләп йәшәргә яҙһын, тигән теләктә ҡалабыҙ.


Г. Ҡотошова, Солтан төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы.

Читайте нас: