Ауыл биләмәһендә 2018 йылда Урындағы инициативаларҙы хуплау программаһы проекты тормошҡа ашырылды, уға ярашлы ауыл халҡы өсөн бик кәрәкле булған техника алынды. Трактор һатып алыу тәҡдимен ауыл биләмәһе халҡы күтәреп сыҡҡан. Артабан 137,9 мең һум аҡса йыйып, улар проектты башҡарып сы- ғыуға үҙҙәренең һиҙелерлек өлөшөн кереткән. 43,3 мең һум спонсорлыҡ ярҙамы күрһәтелгән, район бюджетынан 197,0 мең һум бүленгән, республика 886,5 мең аҡса бүлгән. “Тимер” аттың дөйөм хаҡы 1264,5 мең һум тәшкил иткән. Бульдозер ҡоролмалары һатып алыуға район бюджетынан 43 мең һум өҫтәп бүленгән.
– Һатып алынған техника ауыл биләмәһендә мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ярҙам итәсәк. Был тәү сиратта – ауыл урамдарын ҡарҙан таҙартыу. Беҙ хәҙер көслө ҡар һәм буран ваҡытында килеп тыуған ҡатмарлы хәлдәрҙе тиҙ арала хәл итә алабыҙ. Йәй көндәрендә ауыл урамдарында ремонт эштәре башҡарыласаҡ, шулай уҡ трактор территорияларҙы тәртипкә китереү һәм ауыл эргәләрен, урман сиктәрен, юл буйҙарын янғындан һаҡлау маҡсатында яһалған минераллаштырыу һыҙыҡтары булдырыу эштәрендә ҡулланыласаҡ, – тип һөйләне ауыл биләмәһе башлығы П. Руднев.