“Былтыр Ҡыйғы районына етем балалар өсөн торлаҡ һатып алыуға федераль һәм республика бюджеттарынан аҡса бүленде. Ошо аҡсаға Үрге Ҡыйғы ауылы Микрорайонында бер һәм ике бүлмәле фатирҙар һатып алынды. Уларҙың барыһы ла Ҡыйғы районының махсус торлаҡ фондына индерелгән. Фатирҙар килешеүҙәр буйынса тапшырылды. Фатир асҡыстарын Д. Чусова, З. Ғәбделйәнов, В. Ғари- фуллина, К. Вәлиева, А. Ниғмәтуллина, А. Шакиров, А. Мөхәмәтова, В. Ғай- нановтар алды. Уларҙың ҡайһылары ғаилә ҡороп балалар тәрбиәләй инде. Улар өсөн торлаҡ айырыуса мөһим роль уйнай. Биш йылдан социаль яллау килешеүе төҙөп, торлаҡтарын приватизациялай һәм тулы хоҡуҡлы хужалар булып китә аласаҡтар,” – тип хәбәр итте район хакимиәтенең опека һәм попечителлек буйынса баш белгесе Ю. Һаҙыева.
“Төҙөкләндерелгән айырым фатир алыуыбыҙ – беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс. Беҙгә үҙ ҡыйығыбыҙҙы булдырырға ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла, бигерәк тә ил һәм республика етәкселегенә рәхмәтлебеҙ,” – ти өй туйлаусылар.
Беҙ был йәштәрҙең артабанғы тормоштарын уңышлы ҡороуҙарын, үҙ ғаиләләре файҙаһына, район именлегенә хеҙмәт итеүҙәрен теләйбеҙ.
Етем һәм ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү программаһы яңы йылда ла тормошҡа ашыраласаҡ.