Беҙҙең Ҡыйғы
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Ғинуар 2019, 17:31

ХЕҘМӘТ КӨНӨНӨҢ БӘХЕТЛЕ ИРТӘҺЕ

Ильмира Дарвин ҡыҙы менән Фаил Фидаил улы Абдуллиндарҙың татыу ғаиләһе хәлле хужалыҡ алып бара. Улар Үрге Ҡыйғы ауылында йәшәй, байтаҡ мал аҫрай. Хужаларҙың тырыш ҡулдары һәм яҡшы тәрбиәһе арҡаһында вьетнам тоҡомло Ниф- Ниф һәм Нуф-Нуф ҡушаматлы сусҡалар бында үҙҙәрен иркен тоя. Яңы тыуған 2019 йылдың хужалары (символдары) менән яҡыныраҡ танышыр өсөн, беҙ был мини-фермаға юлландыҡ.

Байрам көнө булыуға ҡарамаҫтан, тырыш ғаилә иртә таңдан тороп эшкә тотонған. Шуға күрә уларҙың ихатаһындағы мал- тыуар ҡараулы, арандарҙа ҡоро һәм таҙа, мал аҙығы ла етерлек. Аҡ тамғалы ҡара вьетнам тоҡомло сусҡалар быҙау менән бер ҡурала урынлашҡан һәм бер- береһенә өйрәнеп бөткән, сит кешене генә хушһынмайҙар. “Ғаилә башлығы” булған Нуф-Нуф мине күреү менән, үкерҙе лә, әхирәте Нуф-Нуфты ҡураның арғы мөйөшөнә алып китте. Уларҙы ышыҡ урындан саҡырып сығарыу һәм камера алдына баҫтырыу өсөн байтаҡ тырышлыҡ һалырға тура килде.
“Ике йыл инде сусҡа аҫрайбыҙ, уларҙы өс айлыҡ саҡтарында Өфө районы фермерынан һатып алған инек. Ул был тоҡомдо тәрбиәләү һәм аҫрау буйынса кәңәштәр, тейешле документтар бирҙе. Үткән йылды һигеҙ сусҡа бәрәсе килтерҙеләр, улар барыһы ла сәләмәт булып үҫте. Был тоҡом тиҙ үҫеп етеү үҙенсәлеге менән айырыла. Дүрт ай эсендә инә сусҡа енси яҡтан өлгөрөп етә, ә ата сусҡалар алты айлыҡтан үрсеүгә әҙер була. Был сусҡаларҙы аҫрау отошло, бер балалағанда инә сусҡа 15, ҡайһы саҡта 20 сусҡа бәрәсе килтерергә һәләтле. Инә сусҡаның уртаса ауырлығы 120 килограмға етә, ата сусҡа иһә 140–200 килограмм тарта. Шулай уҡ вьетнам тоҡомо яҡшы иммунитетлы, һауа температураһының киҫкен үҙгәрешен яҡшы үткәрә, башҡа тоҡомдарға хас булғанса, еҫтәре юҡ, уларҙы тамыраҙыҡтар менән туҡландырабыҙ,” – тип һөйләне Фаил Фидаил улы.
Сусҡа аҫрау Абдуллиндарҙың берҙән-бер шөғөлө түгел. Ситлектәрҙә Фландр тоҡомло ҡуяндарҙың ишле ғаиләһе көн итә, һарайҙа һыйыр, быҙау һәм, әлбиттә, ҡош-ҡорт байтаҡ. Тырыш ғаилә ҡаҙ ҙа аҫрай, йыл һайын ҡышҡылыҡҡа ике инә һәм ата ҡаҙ ҡалдыра, ихатала шулай уҡ күркәләр һәм тауыҡтар ҙа етерлек.
Үҙ малдарына хужалар иғтибарлы, уларҙы ваҡытында ашаталар һәм эсерәләр. Һәр иртәне улар эш өҫтөндә ҡаршылай, һуңынан үҙҙәренең төп эш урындарына ашығалар: Фаил Фидаил улы “С.А. Нотфуллин” крәҫтиән- фермер хужалығында намыҫлы эшләй, ә Ильмира Дарвин ҡыҙы – “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында өлкән ашнаҡсы.
“Минең тормош иптәшем – “алтын” кеше, изгелекле, ышаныслы, намыҫлы, бер минут та эшһеҙ ултырмай, нимәлер ҡора, балта эштәрен башҡара, ҡулы һәр эшкә оҫта. Минең күп ваҡытым өй эштәре менән үтә, үҙемдең ғаиләмде, яҡындарымды һәр төрлө тәмле аш-һыу менән һыйларға яратам,” – тип һөйләй хужабикә.
Абдуллиндарҙың ике улы бар: өлкәне Артур ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй, теш табибы булып эшләй, кескәйҙәре Богдан дүртенсе класта уҡый. Ул да йорт малдарын ярата һәм ата-әсәһенә ихлас ярҙам итә.
Ғаиләнең һәр ағзаһы үҙен бәхетле тоя, сөнки улар һәр нәмәгә тырыш хеҙмәт менән өлгәшә. Ауыл кешеһенең ысын бәхете нигеҙе – тап хеҙмәттә.

Читайте нас: