Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Ғинуар 2019, 18:22

МӘСКӘҮГӘ ОНОТОЛМАҪЛЫҠ СӘФӘР

2018 йыл минең өсөн бик шатлыҡлы тамамланды. Сөнки миңә Мәскәүҙә үткәрелгән Кремль шыршыһында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Уҡыуҙа юғары уңыштарға өләшеүем, саңғы һәм билбау көрәше буйынса үткәрелгән ярыштарҙа призлы урындар алыуым быға ярҙам итте.

Беҙҙе йылы һәм ихлас ҡаршы алдылар, Мәскәү ҡалаһы буйлап экскурсияла йөрөттөләр, баш ҡалабыҙҙың бик күп иҫтәлекле урындарын, уның ҡабатланмаҫлыҡ матурлығын күрҙек. "Танышыу кисәһе"ндә бик күп яңы дуҫтар таптым, "Яңы йыл дискотекаһы", океанариумға сәйәхәт шулай уҡ бик оҡшаны. Артабан беҙ "Ал сәскә" боҙ шоуын ҡарап, Яңы йыл балында ҡатнаштыҡ.
Мәскәүҙә уҙған көндәр хәтеремдә оҙаҡ һаҡланыр.
Миңә шундай бәхет йылмайыуы өсөн Арыҫлан урта мәктәбенә һәм иптәштәремә, район хакимиәтенә һәм район мәғариф бүлегенә ҙур рәхмәтемде белдерәм.

И. Зиннәтуллина, Арыҫлан урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы.

Читайте нас: