Беҙҙең Ҡыйғы
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Ғинуар 2019, 18:48

ҠУНАҠТАР КҮП БУЛМАЙ!

Үрге Ҡыйғы ауылы 2-се урта мәктәбе 2 В класы уҡыусылары үҙәк балалар китапханаһына йөрөргә ярата. Бында яғымлы, үҙ һөнәренә тәрән бирелгән, иғтибарлы хеҙмәткәрҙәр эшләй, улар һәр сараға – китаптар күргәҙмәһе йә иһә театрлаштырылған тамаша булһынмы, бар күңелдәрен һала. Китапханасылар йәш уҡырмандарҙы асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала, кәңәш бирә, яңы китаптар менән таныштыра, уҡыусыларҙың уңыштарына ихлас шатлана.

Беҙҙең класс, уҡырға өйрәнеү менән, китапханаға барып яҙылды һәм ошо ваҡыт эсендә ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс китаптар менән танышырға, бик күп конкурстарҙа һәм сараларҙа ҡатнашырға өлгөрҙө. Яңы 2019 йылды ҡаршылауға арналған байрам сағыу булды. Унда “Ғаилә” район-ара үҙәгенең Ҡыйғы бүлексәһендә иҫәптә торған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балалар саҡырылды. Сара бик ҡыҙыҡлы һәм күңелле үтте, ҡыҙҙар һәм малайҙар викторина һорауҙарына яуап бирҙе, шиғырҙар уҡыны, ғаиләлә Яңы йылды нисек ҡаршы алыуҙары тураһында һөйләне. Уларҙың барыһы ла иҫтәлекле бүләктәр алды.

О. Һуйырбаева, Үрге Ҡыйғы ауылы 2-се урта мәктәбе 2 В класы етәксеһе.

Читайте нас: