Беҙҙең Ҡыйғы
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Ғинуар 2019, 17:56

ЯҢЫ ЙЫЛ ТАҘАЛЫҠТАН БАШЛАНА

2019 йылдың ғинуарынан беҙҙең ил ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең яңы системаһына күсте.

Район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Т. Хәбиров хәбәр итеүенсә, бөгөнгә районда төрлө күләм һыйҙырышлы 60 сүп һауыты: 24 бункер һәм 36 контейнер урынлаштырылған. Үрге Ҡыйғы ауыл биләмәһе территорияһында, мәҫәлән, 8 бункер һәм 17 контейнер ҡуйылған. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, ташыу, эшкәртеү, үтилләштереү, зарарһыҙландырыу һәм күмеүҙе ойоштороу төбәк операторына – “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” МУП-ына (Өфө ҡалаһы) йөкмәтелгән.
“Ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү маҡсатына аҡса күсеү менән, махсус һауыттарҙы өҫтәмә рәүештә һатып аласаҡбыҙ һәм һәр ауылда бер һауыт булһа ла ҡуйырға тырышасаҡбыҙ. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу һауыттарын ултыртыу майҙансыҡтарын төҙөү өсөн ер участкаларын ыҙанлау үткәреләсәк. Июнь айынан уларҙы төҙөү башланасаҡ,” – ти Таһир Рәхимйән улы.
Яңы 2019 йылдың икенсе көнөнә төбәк операторының субподряд ойошмаһы – “Прогресс” ЯСЙ-һы (Өфө ҡалаһы) районға күтәреү механизмы менән йыһазланған “КамАЗ” автомобиле базаһындағы сүп йыйыу машинаһын ебәрҙе. Был техника 8 кубометр һыйҙырышлы бункерҙарҙан сүпте бушатып алып, Мәсәғүт ауылындағы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына ташый (һүрәттә: Үрге Ҡыйғы ауылы Тау аҫты урамында эш бара). Шул уҡ көндө иртән Үрге Ҡыйғы ауылы халҡында йыйылған сүпте сығарыу эшенә “Стройсервис” ПЖКУ-һы ЯСЙ-һы ла (генераль директоры Н. Ли) тотондо.
Был эштең нисек ойошторолоуы хаҡында беҙ дирек тор урынба ҫ ары В. Ибәтуллин менән әңгәмәләштек.
“Беҙ субподряд ойошмаһы – “Прогресс” ЯСЙ-һы менән килешеү төҙөнөк һәм йыйылған сүпте Мәсәғүт ауылындағы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына ташыу менән шөғөлләнәбеҙ. Раҫланған графикҡа ярашлы, беҙҙең ойошма водителе Р. Ҡәрипов “КО-413 “ сүп сығарғысы менән йыһазланған “Зил-130” автомобилендә Үрге Ҡыйғы ауыл биләмәһендә урынлаштырылған контейнерҙарҙан сүпте йыйып сыға. Ауыл халҡы был яңылыҡ менән таныш һәм быға ыңғай ҡарашта,” – тип һөйләне Вячеслав Рульян улы.
Ибрай ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Ю. Мөлөкөв әйтеүенсә, 2018 йылдың һуңында ике бункер һәм бер контейнер һатып алынған. “Беҙҙең ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар таҙа булһын өсөн, быйыл өҫтәмә сүп һауыттарын булдырасаҡбыҙ,” – тине Юрик Сәйфетдин улы.
Автор фотоһы.

Читайте нас: