Беҙҙең Ҡыйғы
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Ғинуар 2019, 13:53

Республикаға һыуыҡ көндәр әйләнеп ҡайта

Республика синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошо хаҡында хәбәр итте. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 14 ғинуарҙа төбәктә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, көндөҙ бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә.

Республика синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошо хаҡында хәбәр итте.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 14 ғинуарҙа төбәктә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, көндөҙ бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә.
Ел көньяҡ-көнбайыштан — тиҙлеге секундына 7-12 метр. Һауа температураһы — 8-13 градус һалҡын.
15 ғинуарҙа урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡтан, талғын.
Һауа температураһы төндә — 12-17 градус һыуыҡ, урыны менән — 20-25. Көндөҙ — 18-13 градус һалҡын.
16 ғинуарҙа синоптиктар республикала бер аҙ ҡар яуыуын фаразлай. Айырым райондарҙа еңелсә буран. Еңелсә боҙлауыҡ, юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан, талғын.
Һауа температураһы төндә — 8-13 градус, аяҙытҡанда минус 18-гә тиклем. Көндөҙ бер аҙ йылы — 4-9 градус һалҡын.
Читайте нас: