Беҙҙең Ҡыйғы
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Ғинуар 2019, 17:10

“ТАТЛЫ АЛЫШ”

Үрге Ҡыйғы ауылында аш-һыу оҫталары ярышы үтте. Мәктәп ашханалары хеҙмәткәрҙәре һәм уларҙың ярҙамсылары – 4–5-се класс уҡыусылары был ярыштың төп ҡатнашыусылары булды. Конкурстың маҡсаты булып дөрөҫ һәм сәләмәт туҡланыуҙы пропагандалау, ашнаҡсы һөнәренең баһаһын күтәреү торҙо. Районда ул алтынсы тапҡыр үткәрелде. Быйылғы уҡыу йылында 11 команда үҙ оҫталығын күрһәтергә тәүәкәллек итте.

Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы И. Һаҙыев сараны асҡанда: “Йылдан-йыл конкурс ҡыҙыҡлыраҡ була бара, уның йөкмәткеһе тулылана, үҙебеҙҙең районда етештерелгән, мәктәп баҡсаларында үҫтерелгән йәшелсә культураларынан әҙерләнгән һәм балалар һаулығы өсөн файҙалы булған ризыҡтарҙың ассортименты арта, – тип билдәләне. – Белем биреү учреждениелары коллективтары һәр йыл ярышта ҡатнашыуға етди әҙерләнә. “Ашнаҡсылар ярышы” ҡабатланмаҫ тәмле ризыҡтар менән тулы Яңы йыл байрамын байрам итеүҙең дауамы булып тойола”. Шулай уҡ Илгиз Сәфиулла улы мәктәптә туҡланыу өлкәһе хеҙмәткәрҙәре эшен яҡшы баһалап китте. Яңы 2019 йылда мәктәп ашханаларының матди-техник базаһын яҡшыртыуға республика бюджетынан 2,2 миллион һум аҡса бүленәсәген хәбәр итте.
Йәрәбә үткәрелгәндән һуң, командалар үҙҙәренең “визит карточкаларын” тәҡдим итте. Конкурстың был этабында мәктәп ашнаҡсылары үҙҙәренең кескәй ярҙамсылары менән йыр-бейеүгә маһирлыҡтарын күрһәтте. Был тәмле-татлы аш-һыуҙың яҡшы кәйеф һәм күңелле көй ярҙамында ғына әҙерләнеүенә ишара булды.
“Өй эше” конкурсына командалар йәшелсә ҡабымлыҡтары (салаттары) әҙерләгәйне, улар йәшелсәләрҙең файҙаһы хаҡында һөйләп бирҙеләр. Файҙалы һәм сәләмәт туҡланыу яҡлы ашнаҡсылар ғәҙәти йәшелсә культураларынан, үҙ тәжрибәләрен һәм ижади оҫталыҡтарын ҡулланып, иҫ киткес тәмле ризыҡтар әҙерләй алған.
Артабан ашнаҡсылар интеллектуаль конкурста көс һынашты, унда йәшелсәләрҙең файҙалы үҙенсәлектәренә бәйле 13 һорауға яуап бирергә кәрәк ине. Йүкәлекүл ауылы мәктәбе максималь 9,1 балл йыйҙы, Түбәнге Ҡыйғы мәктәбе уларҙан саҡ ҡына ҡалышып, 8,4 балл алды.
“Оҫталыҡ дәресе” барышында “татлы” алыш яңы һулыш алды. Һәр команда мәктәптә туҡланыу өсөн банкет сифатында әҙерләнгән өҫтәл тәҡдим итте. Конкурсанттар үҙҙәре әҙерләгән үҙенсәлекле ризыҡтарҙы ҡуйғайны. Түбәнге Ҡыйғы, Абзай, Ләүзә, Солтан, Арыҫлан ауылдары мәктәптәре, Үрге Ҡыйғы ауылы лицейы һәм 2-се һанлы урта мәктәп командалары әҙерләгән тәмле һәм файҙалы ризыҡтарҙан өҫтәлдәр һығылып торҙо.
Мәктәп ашнаҡсылары ысын мәғәнәһендә үҙ эше оҫталары, ижади ҡарашлы булыуҙарын иҫбат итте. Аш-һыу әҙерләү иң боронғо шөғөлдәрҙең береһе булып тора, ә бөгөнгө көндә ашнаҡсы – донъяла бик кәрәкле һөнәр, сөнки дөрөҫ туҡланыу – сәләмәтлектең нигеҙе.
“Төҫ һәм тәмгә һәр кемдең үҙ фекере” тигән әйтемгә ҡарамаҫтан, жюри ағзалары ҡыҙыҡлы һәм файҙалы конкурста еңеүселәрҙе бер тауыштан билдәләне. Эштәрҙе баһалағанда санитар-гигиена талаптарының, хәүефһеҙлек техникаһы ҡағиҙәләренең үтәлешенә төп иғтибар бирелде.
Ошолай итеп, төп дөйөм белем биреү мәктәптәптәре араһында 1-се урынға – Солтан ауылы, 2-се урынға – Ҡурғаш ауылы, 3-сө урынға Йүкәлекүл ауылы мәктәбе лайыҡ булды.
Урта мәктәптәр араһында 1-се урынға – Абзай, 2-се урынға – Үрге Ҡыйғы ауылы лицейы, 3-сө урынға 2-се һанлы Үрге Ҡыйғы урта мәктәбе командалары сыҡты.
Түбәнге Ҡыйғы ауылы урта мәктәбе командаһы хаҡлы рәүештә Гран-при яуланы. Ул үткән йылда ла был титулға эйә булғайны.
Номинациялар буйынса ла еңеүселәр билдәләнде. Йүкәлекүл урта мәктәбе – “Иң интеллектуаль”, Түбәнге Ҡыйғы ауылы мәктәбе – “Үҙенсәлекле идея”, Арыҫлан ауылы мәктәбе – “Иң яҡшы йәшелсә композицияһы”, Иҫке Мөхәмәт ауылы мәктәбе – “Креатив ашнаҡсы”, Туғыҙлы ауылы мәктәбе – “Тәм һәм сифат гармонияһы”, Ләүзә ауылы мәктәбе “Йәшелсәнән әҙерләнгән иң тәмле ризыҡ” номинацияһында билдәләп үтелде.
Еңеүселәр һәм призерҙар маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр алды. “Ҡыйғы” ҡулланыусылар кооперативы (директоры И. Федорова) конкурстың спонсоры булып торҙо.
Киләһе конкурсты быйылғы ярыштың еңеүсеһе булған Түбәнге Ҡыйғы ауылы урта мәктәбе базаһында үткәреү хаҡында ҡарар ҡабул ителде.
Автор фотоһы.

Читайте нас: