Ата-әсәне был шатлыҡлы һәм мөһим ваҡиға менән Башҡортостан Республикаһының юстиция эштәре буйынса Дәүләт комитеты ЗАГС идаралығы район бүлеге начальнигы Ф. Мөхәмәтдинова, Үрге Ҡыйғы ауыл Советы ауыл биләмәһе эштәр башҡарыусыһы А. Вәлиева ҡайнар ҡотланы һәм бүләктәр тапшырҙы. Район балалар консультацияһы педиатрҙары хәбәр итеүенсә, районда 2018 йылда 226 сабый тыуған, яңы йылдың ғинуар айы башында 3 сабый теркәлгән. Дүшәмбикә ауылында йәшәүсе Лилиә һәм Азамат Ғариповтарҙың игеҙәк ҡыҙҙары донъяға килгән.