Беҙҙең Ҡыйғы
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Ғинуар 2019, 13:50

ҺАЛҠЫН ИЛАҺИ ТӨН НУРҒА ТӨРӨНӘ

Крещение – иң мөһим христиан байрамдарының береһе. Уның менән 7 ғинуарҙан 19 ғинуарға тиклем дауам иткән Святки тамамлана, бар православие динен тотоусылар Крещение Сочельнигын байрам итә.

Крещение Господня байрамының төп йолаһы – һыуҙы изгеләндереү. 19 ғинуар иртәһендә сиркәүҙә йә иһә мөмкин булған ерҙә: күл, йылға, шишмә эргәһендә һыу изгеләндерелә. Крещениела төн уртаһынан алып икенсе төн уртаһына саҡлы һыу һауыҡтырыу үҙенсәлектәренә эйә була һәм был сифаты йыл дауамында һаҡлана, тип иҫәпләнә.
Заман тикшеренеүҙәре Крещение һыуының һыуытҡыста һаҡланмаған осраҡта ла үҙ структураһын үҙгәртмәүен иҫбатлаған.
Һыуҙы ҡайсан алыу тейешле?
Сиркәүгә изге һыуға кешеләр 19 ғинуарҙа иртән килә. Изгеләндерелгән һыуҙы шулай уҡ алдан, 18 ғинуарҙа, Крещение Сочельнигында ла алырға була. Сиркәүҙә был көндө лә ғибәҙәт ҡылыу башҡарыла. Священниктар әйтеүесә, 18 ғинуарҙа ла, 19 ғинуарҙа ла һыу берҙәй изгеләндерелә, шуның өсөн алыу ваҡыты уның дауалау сифатында сағылмай. Әгәр сиркәүгә йәки һыу ятҡылығына барыу мөмкинлеге булмаһа, фатирҙағы ғәҙәти һыу торбаһынан да алырға була. Крандан һыуҙы 18 ғинуарҙан 19-ына ҡарата төндә 00.10 сәғәттән 01.30 сәғәткә тиклем алыу яҡшы. Был иң ҡулайлы ваҡыт булып иҫәпләнә.
Крещение мәлендә ҡайҙа һәм ҡайсан ҡойонорға була?
Ҡойоноуға килгәндә инде, сиркәү уның христианлыҡ тәғлимәте булып тормауын, тик йолаға ғына ингәнлеген билдәләй. 18- нән 19 ғинуарға ҡарата төндә һәм 19-ында иртән ҡойонорға була. Был байрамға ҡарата халыҡ күп йәшәгән урындарҙа махсус урындар әҙерләнә, тиҙ ярҙам күрһәтеү белгестәре дежурҙа тора.
Ҡыйғы халҡы өсөн иң яҡын сумыу урыны Мәсәғүт ауылында Әй йылғаһында әҙерләнәсәк. Крещение һынамыштары
Әгәр Крещениеға ағастар бәҫ менән ҡапланған икән, яҙ көнө ужым бойҙайы аҙнаның шул көнөндә сәсергә кәрәк – уңыш мул буласаҡ.
Әгәр Крещениела ҡар мул яуа икән – мул уңышҡа.
Әгәр Крещениела аяҙ һәм һалҡын булһа – уңыш аҙ һәм йәй ҡоро буласаҡ.
Әгәр Крещениела төн йондоҙло булһа – сәтләүек һәм еләк күп уңыш бирәсәк.
Әгәр Крещениела балыҡтар күп күренһә – бал ҡорттары яҡшы күсләнәсәк.
Әгәр эттәр күп өрһә – урманда ҡош- ҡорт һәм йәнлек күп булыр.
Әгәр йондоҙҙар баҙыҡ янһа, йәй йылы һәм ҡоро булыр, яҙ иртә килер. Бынан тыш, көҙ ҙә йылы булыр һәм оҙаҡҡа һуҙылыр. Шулай уҡ Крещениелағы сағыу йондоҙҙар йылдың сәйәси һәм иҡтисади ҡыйынлыҡтарһыҙ, тыныс буласағын хәбәр итә.
Әгәр Крещениеға тулған ай тура килһә, яҙ көнө йылғаларҙың көслө ташыуынан һаҡланырға кәрәк.

Читайте нас: