Төбәк операторы менән килешеү төҙөргә кәрәкме? Азат Емалетдинов, БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Мәсәғүт территориаль комитеты әйҙәүсе белгесе: – Башҡортостан халҡы кеүек үк, район халҡы ла: күп фатирлы йорттарҙа, шәхси секторҙа йәшәүселәр, шулай уҡ юридик берәмектәр һәм шәхси эшҡыуарҙар 2019 йылдың ғинуарында төбәк операторы менән килешеү төҙөргә бурыслы.
Бындай килешеүҙәрҙе төҙөү мөһимлеге РФ Хөкүмәте тарафынан раҫланған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү ҡағиҙәләрендә ҡаралған. Әлеге ваҡытта килешеүҙе төҙөү формаһы һәм тәртибе беҙҙең район территорияһын хеҙмәтләндереүсе төбәк операторы – “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” МУП-ы рәсми сайтында бирелгән:
http://sahufa.ru. Тел.: 8 (800) 347- 80-03.
Санкцияланмаған сүплектәрҙе кемдәр бөтөрөргә тейеш? – 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем барлыҡҡа килгән санкцияланмаған сүплектәр ер участкаларының хужалары (муниципаль берәмектәр йә иһә башҡа берәмектәр) тарафынан үҙ аҡсалары иҫәбенә ҡыҫҡа срокта юҡ ителергә тейеш. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү ҡағиҙәләренә ярашлы, ҡулланыусыларға ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы билдәләнмәгән урындарға (майҙансыҡтарға) өйөү тыйыла.
Төбәк операторы ошо маҡсатҡа билдәләнмәгән һәм килешеүҙә күрһәтелмәгән урындарҙа 1 кубометрҙан артығыраҡ күләмдә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары йыйылыуын асыҡлаһа, 5 эш көнө эсендә ошоларҙы башҡарырға тейеш:
а) был турала урындағы үҙидара органына һәм дәүләт экологик күҙәтеүен бойомға ашырыусы органға хәбәр итергә;
б) ер участкаһы хужаһына 30 көн эсендә санкцияланмаған сүплекте бөтөрөү кәрәклеге тураһында белдереү ҡағыҙы, асыҡланған урынды бөтөрөү буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүгә килешеү проектын ебәрергә.
Әгәр ер участкаһы хужаһы белдереү ҡағыҙын алғандан алып 30 көн эсендә санкцияланмаған сүплекте бөтөрөүҙе тәьмин итмәһә һәм төбәк операторы менән уны бөтөрөүгә килешеү төҙөмәһә, төбәк операторы санкцияланмаған сүплек урынын юҡ итеү сараһын күрә һәм был осраҡта ул сығымдарҙы түләтеү тураһында талап менән судҡа мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы.
Ер участкаһы хужаһы санкцияланмаған ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар урынын үҙ аллы бөтөрөргә йә иһә төбәк операторы менән ошо турала килешеү төҙөргә тейеш.
Контейнерҙар һәр ауылда булырға тейешме? Уларҙың ниндәй алыҫлыҡта урынлашыуы һәм сығарыу графигы буйынса нормативтар бармы? Был хаҡтарға йоғонто яһай аламы? – Ғәмәлдәге закондарға ярашлы, 2019 йылда барлыҡ ауылдарҙа муниципаль берәмектәр хакимиәттәре төбәк операторҙары менән берлектә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу урынын булдырырға, контейнерҙар менән йыһазландырырға тейеш. Ошо уҡ ваҡытта Ҡағиҙәләрҙең 10- сы пунктында билдәләнеүенсә, ҡулланыусылар ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы, килешеү шарттарына ярашлы, пакеттарға йә иһә башҡа һауыттарға йыя ала.
2018 йылдың 31 декабренә ҡарата республика халҡының 62 проценты сүп-сар йыйыу һәм сығарыуҙың планлы-даими системаһына йәлеп ителгән.
2019 йыл бөтә ил өсөн күсеү осоро булып тора. 2019 йыл дауамында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу урындары булмаған барлыҡ ауылдарҙа санитар-эпидемиологик закондарға ярашлы эштәр ойоштороласаҡ. Муниципаль берәмектәр хакимиәттәре һәм төбәк операторы араһындағы килешеүгә ярашлы, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу урындарын ойошторғанға тиклем төпкөл ауылдарҙа сүп-сар пакеттарға йә иһә башҡа һауыттарға йыйылырға мөмкин.
2019 йылғы күсеү осоронда муниципаль райондар хакимиәттәре һәм төбәк операторҙары араһындағы килешеүҙәр ғәмәлдә буласаҡ, уларҙың шарттарында ҡалдыҡтарҙы йыйыу урындары һәм сығарыу графигы билдәләнә.
Төбәк операторҙары ҡайһылыр ауылдарҙан ай дауамында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы теге йә иһә был сәбәптәр арҡаһында фактик рәүештә сығара алмаһа, улар түләү квитанцияларын ебәрергә хоҡуҡлы түгел. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыуға ағымдағы контролде һәм эштәр башҡарылыуын теркәүҙе ауыл биләмәләре хакимиәттәре бойомға ашыра. Ҡалдыҡтарҙы сығарыуға заявкалар ауыл биләмәләре хакимиәттәре тарафынан төбәк операторы диспетчеры телефонына бирелә. Шылтыратыуҙар теркәлә бара, сүпте сығарыу ГЛОНАСС системаһы буйынса күҙәтелә.
Льготалар: кемдәргә тейешле? Юллау өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Людмила Новикова, Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Дыуан районы буйынса филиалы директоры: – 2019 йылдың 1 ғинуарынан алып айырым категория граждандарға 2 социаль ярҙам сараһы күләмен ҡайтанан иҫәпләү юлы менән сүп-сар сығарған өсөн түләү компенсацияланасаҡ:
1) торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү сығымдарына айлыҡ аҡсалата компенсация. Бөйөк Ватан һуғышы, хәрби хәрәкәттәр ветерандарына, инвалидтарға, инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә, радиация тәьҫиренә дусар булған граждандарға, тыл хеҙмәтсәндәренә, хеҙмәт ветерандарына, аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләргә бирелә;
2) торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә субсидия. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү сығымдары, республика стандарттарынан сығып иҫәпләгәндә, ғаиләнең дөйөм килемендә максималь мөмкин булған сығым өлөшөнән артып киткәндә түләнә.
Субсидия менән мөмкин тиклем күберәк граждандар файҙалана алһын өсөн, 2019 йылдың ғинуарынан ғаиләнең дөйөм килемендә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙең максималь мөмкин булған өлөшө түбәнәйтелде:
күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләр өсөн – 15 проценттан 13 процентҡаса;
70 йәштән өлкәнерәк яңғыҙ йәшәүсе пенсионерҙар өсөн – 18 проценттан 16 процентҡаса;
барлыҡ башҡа граждандар өсөн – 20 процент.
Әйтәйек, әгәр ғаиләнең килеме 20 мең һум тәшкил итһә, ә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә сығымдар 4 мең һумдан артһа (дөйөм килемдең 20 процентынан күберәк), был ғаилә субсидия алырға хоҡуҡлы. Әгәр ошондай уҡ килемле ғаилә ишле йә иһә тулы булмаған булһа, субсидия торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә сығымдар 2600 һумдан артҡанда (13 проценттан күберәк) бирелә. Ә 70 йәштән уҙған яңғыҙ пенсионерҙар өсөн коммуналь хеҙмәттәргә сығым 3200 һумдан күберәк булғанда (пенсионерҙың килеменән 16 процентҡа күберәк) түләнә.
Айлыҡ аҡсалата компенсацияны һәм субсидияларҙы ҡайтанан иҫәпләү 2019 йылдың ғинуарынан торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр хаҡына республика стандарттары үҙгәреү менән ғаризаһыҙ бойомға ашырыла.
Айлыҡ аҡсалата компенсация йә иһә субсидия юллау өсөн, Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Дыуан районы буйынса филиалына йә иһә күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Заявканы электрон формала Дәүләт хеҙмәттәре республика порталы аша ла бирергә мөмкин. Кәрәкле документтар исемлеге БР Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығы, Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге дәүләт ҡаҙна учреждениеһы сайттарында бирелгән.
Бынан тыш, Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге сайтында түбәндәге электрон сервистар бар:
– “субсидияларҙың онлайн-калькуляторы”, уның ярҙамында субсидияға хоҡуғыңды үҙ аллы тикшереп ҡарарға була;
– граждандарҙың социаль ярҙам сараларына хоҡуғы тураһында интерактив онлайн-консультант;
– “граждандарҙы ҡабул итеү” – алдан электрон яҙылыу гражданға Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге дәүләт ҡаҙна учреждениеһы филиалы белгестәренә ҡабул итеүгә уңайлы ваҡытта килеү мөмкинлеген бирә. Телефон: 8 (34798) 3-23-72.