Беҙҙең Ҡыйғы
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Ғинуар 2019, 13:03

МАЛЫ БАРҘЫҢ ҺЫЙЫ БАР,МАЛЫ ЮҠТЫҢ ҺЫЙЫ ЮҠ

2016 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡтың шәхси хужалыҡтарында 9252 баш һарыҡ иҫәпләнә, был районда булған һарыҡ малының 90% тәшкил итә. Энтузиастар хатта үҙҙәренең ҙур булмаған хужалыҡтарында йөҙ һәм унан күберәк ваҡ мал аҫрауға өлгәшә. Түбәнге Ҡыйғы ауылында йәшәүсе Зәлифә Ғәли ҡыҙы һәм Адик Мөхәррәм улы Ғариповтарҙың шәхси хужалығында булғандан һуң тырыш ауыл кешеләренең илдең аҙыҡ-түлек фондына үҙ өлөшөн индереүенә инанаһың.

Ғариповтар студентлыҡ осоронда татыу ғаилә ҡора. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, инженер- механик Адик йәш кәләшен – рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зәлифәне тыуған ауылы Түбәнге Ҡыйғыға алып ҡайта. Йәштәрҙең һәр ҡайһыһы тырышып, үҙ эш урынында эшләй, буш ваҡыттарын, балалар тәрбиәләүҙән тыш, шәхси хужалыҡтарын үҫтереүгә арнай.
“Беҙ ихатала һәр саҡ бер нисә баш һарыҡ һәм тәкә аҫраныҡ. Әммә хаҡлы ялға сығып, буш ваҡытыбыҙ барлыҡҡа килгәс, ит тоҡомо һарыҡтарын үрсетергә ҡарар иттек. Мәсетле районы Аҙанғол ауылы фермерынан ҡуй һарыҡтарын һатып алдыҡ. Бөгөн беҙҙең ихатала 70 баш инә һарыҡ, таҙа тоҡомло нәҫел тәкәһе, 30 баш бәрәс бар,” – тип һөйләй ғаилә башлығы Адик Мөхәррәм улы.
Ул һарай ишеген асыуға, оҙон аяҡлы, ап-аҡ һарыҡтар дәррәү йүгереп сығып ялан кәртәһенә таралды. Малдар көн оҙоно шунда йөрөй, хәстәрлекле хужа уларға бесән әҙерләп ҡуйған. Һәр мал үҙ урынын яҡшы белә. Был тәртипте көтөү башлығы булған Шарик ҡушаматлы тәкә урынлаштырған. Ул ҙур ихласлыҡ менән йәшел бесәнде көйшәй һәм бар көтөүҙе айҡай, хужа эргәлә булғанда үҙ көтөүенең тыныслығы өсөн борсолмай.
Яңы ғына бәрәсләгән инә һарыҡтар бәрәстәре менән бергә ҡулдан яһалған теплицала тора (был ҡоролма яҙға тиклем ошо маҡсатта файҙаланыла). Эшһөйәр хужа малдар өсөн уңайлы һәм рациональ утлыҡсалар яһаған.
Теплицала шулай уҡ ҡышҡылыҡҡа тауыҡтар һәм күркәләр уңайлы урын тапҡан, ә ап-аҡ бер пар ҡаҙ айырым бинаға урынлашҡан, улар үҙ мөйөшөн бер кем менән дә бүлешергә теләмәй.
Беҙҙе ихата буйлап һәр мөйөштө яҡшы белгән, ҡыҙыҡһыныусан һәм йыуаш Дэрик ҡушаматлы көсөк оҙатып йөрөнө, ҡойороғон болғап һәм күҙҙәребеҙгә төбәлеп, ул тауыш-тынһыҙ ғына беҙҙе үҙ биләмәләре менән таныштырҙы. Ул һәр ергә үтеп инә, бер ҡош та, бер хайуан да унан ҡурҡып бармай. Шул уҡ ваҡытта ихатала уҫал һаҡсы ла бар – Черный ҡушаматлы эт сит кешеләрҙе хушһынмай.
Эшкә күнеккән ғаилә ағзалары ихатала һыйыр малы ла аҫрай. Уларҙың өс һыйыры, таналары һәм быҙауҙары бар. Һуңғы йылдарҙа быҙауҙарҙы һыйырҙар менән бергә, имеҙеп үҫтерәләр икән.
Ғаилә бынан ун йыл элек Ҡарағай тауы аҫтында, Ҡыйғы йылғаһы ярында урынлашҡан өйҙө һатып алған, был урын һалҡын елдәрҙән тулыһынса ышыҡ. “Бында ылыҫлы ағастар, еләк еҫе аңҡып тора, бер нисә аҙымда ғына йылға яры. Йәйен балалар, ейәндәр ҡайтһа, өй шатлыҡ, үҙенә бер нур менән тула. Ҙур булмаған умарталыҡта һигеҙ баш умарта тотабыҙ. Уларға умарта баҙы һалдыҡ,” – тип һөйләй Зәлифә Ғәли ҡыҙы.
Хеҙмәт һөйөүсән ғаиләнең һәр эш көнө алдан уҡ бүлеп ҡуйылған: ҡайсан бал ҡорттарын ашатырға, ҡайсан үрсетмәләр ултырта башларға, ҡайһы ваҡытта йәш малдарҙы төп көтөүгә күсерергә, ҡайһы көндө техниканы йүнәтеүгә тотонорға. Әйтергә кәрәк, иҫке генә ЮМЗ тракторын хужа үҙе металлоломдан йыйып алған. Балалары бесән сапҡыс һәм рулон яһау пресы һатып алырға ярҙам иткән. Хужалар рулондарҙағы бесәнде япма аҫтында һаҡлай, бының өсөн махсус ҡулайлаштырылған келәттәре бар.
Ғариповтар элекке Калинин исемендәге колхоздың ташландыҡ фермаһы бинаһын һатып алған һәм унда ишәйә барған һарыҡ көтөүен аҫрарға ниәтләй. Ҡуртымға 100 гектар ер рәсмиләштергәндәр, унда бесән әҙерләү өсөн күп йыллыҡ үләндәр һәм ужым культуралары сәсергә ниәтләйҙәр. “Был тиклем ҙур хужалыҡты алып барыу ҡыйын түгелме?”– тигән һорауға Адик Мөхәррәм улы: “Беҙгә даими рәүештә Түбәнге Ҡыйғы ветеринария участкаһы мөдире Ф. Әхйәмов һәм ветеринария фельдшеры А. Мирхажев ҙур практик һәм методик ярҙам күрһәтә. Улар үҙ ваҡытында малдарға прививка яһай, ҡарау һәм тәрбиәләү буйынса бик күп файҙалы кәңәштәр бирә, – тип яуаплай.
– Һарыҡтарҙы үҙ ихтыяжыбыҙ өсөн генә түгел, һатыуға ла үҫтерәбеҙ, төрлө байрамдарға, бигерәк тә Ҡорбан байрамына күп алалар. Бесәнде мул бирәбеҙ, бынан тыш, өҫтәп иген фуражы, татлы тамыраҙыҡтарҙан – мал сөгөлдөрөн бирәбеҙ, шулай уҡ һарыҡтар бешкән картуфты ла ярата.
Һарыҡтарҙың йөнөн йылына ике тапҡыр ҡул көсө менән ҡырҡып алабыҙ, ярҙамға ғаиләләре менән балаларыбыҙ, күршеләр, дуҫтар йыйыла. Йөндө килограмын ун һумдан Мишкә районы эшҡыуары һатып ала. Һарыҡ тиреһенә килгәндә инде, уны күптән эшкәртмәйҙәр, һорау булмағанлыҡтан, ҡиммәтле сеймал йылдар буйына тупланып ята. Бындай хәл һарыҡсылыҡ эшен алып барыусы барлыҡ хужалыҡтарға хас. Был мәсьәләне хәл итеүгә район етәкселегенең, иҡтисад һәм ауыл хужалығы бүлектәре белгестәренең ҡатнашлығы талап ителә. Ауыл хужалығы кооперативтары эшләй башлаһа ла, уларға ныҡлы ярҙам талап ителәсәк,” – тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша Адик Мөхәррәм улы. Уҙған йылдарҙа тәжрибәле етәксе булараҡ, ул эштәр барышын яҡшы аңлай, районда ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәргә ярҙам күрһәтеү фондын булдырырға тәҡдим итә.
Ғариповтар – киң ҡарашлы ғаилә. Улар фән яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһына, ауыл хужалығы производствоһындағы алдынғы технологияларҙы өйрәнә. Инженер-механиктың лирик булыуын да белдек, ул уҡырға ғына түгел, үҙе лә шиғыр яҙырға әүәҫ икән. Илһам шишмәһен хеҙмәттә таба. ”Тормоштан йәм һәм тәм табыу өсөн, күп итеп көс түгергә кәрәк,” – тигән ҡарашта был бәхетле ғаилә.

Читайте нас: