Йыланлы дөйөм урта белем биреү мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Зәйнуллина Ильмира татар теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһының призеры булды. Иншалар конкурсының республика этабында ул мөмкин булған 100 балдан максималь 95 балл йыйҙы. “Мин уҡыусым менән сикһеҙ ғорурланам. Унда туған телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләй алғаныма шатмын. Туған теленә булған һөйөүе киләсәк тормошонда ла ярҙам итер, тип уйлайым,” – ти татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Леонид ҡыҙы.
Уҡыу йылдарында Ильмира күп тапҡыр татар теле һәм әҙәбиәте олимпиадаларының муниципаль этабында ҡатнашҡан һәм еңеп сыҡҡан. Тырыш ҡыҙ мәктәп тормошонда, һәр төрлө ижади конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша.
Беҙ уны уңыштары менән ҡотлайбыҙ һәм яңынан-яңы үрҙәр теләйбеҙ.
А. Ғилманова, район методика кабинеты методисы.