Гөлфә Рафиҡ ҡыҙы Абдуллина үҙенә тәбиғи дауалау көсө бирелгәнлеген күптән төшөнгән була, әммә кешеләрҙе һауыҡтырыуға 44 йәшендә генә тотона.
Күрше Мәсетле районында эш буйынса командировкала булғанда беҙ Аҙанғол ауылында 88 йәшлек бағымсы йәшәүен белдек. Уның менән осрашыу мөмкинлегенән баш тартыу беҙҙең яҡтан дөрөҫ булмаҫ ине һәм беҙ уның өйөнә юл тоттоҡ. Күтәрмә алдында беҙҙе тырышып ҡар һепереп йөрөгән тәбәнәк кенә ҡаҡса буйлы өләсәй ҡаршы алды. Беҙҙе өйөнә саҡырыр алдынан ул, кәңәшләшкәндәй, келәмдә ятҡан Вася ҡушаматлы бесәйенә күҙ һалды. Йорт хужабикәһе генә түгел, был бесәй ҙә уникаль һәләттәргә эйә булып сыҡты. Васяға 19 йәш, ул һәр кешенең ниндәй ниәт менән килеүен, уның холҡон һиҙемләй белә икән. Бер саҡ йортҡа бур килә, Вася уның муйынына ташлана. Бынан тыш, бесәй эстән дә, тышҡы яҡтан да ишекте асып керә белә – бына шундай иҫ киткес хайуан. Гөлфә Рафиҡ ҡыҙы Мишкә районының Ҡарасим ауылында тыуып үҫкән. “Минең ата-әсәйем хәлле крәҫтиәндәр ине, белемле һәм дини кеше булғандары өсөн, кулак тип табып, мөлкәтебеҙҙе тартып алдылар. Ғаиләлә 14 бала инек, 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, мине әбейем үҙе менән Белорет ҡалаһына алып китте. Күп тә үтмәй кирбес заводына эшкә урынлаштырҙы, мин унда 1945 йылдың Еңеүле майына саҡлы эшләнем. Беҙҙең цех эргәһендә алыҫ Аҙанғол ауылынан фабрика- завод эшенә ебәрелгән Минһаж исемле егет эшләй ине. Артабан ул минең тормош иптәшем булып китте,” – тип хәтерләй, уйҙары менән үткәндәргә ҡайтып, әңгәмәсебеҙ.
Отҡор ҡыҙ бар өйрәткәндәрҙе лә тиҙ отоп ала, кирбес эшләүҙән тыш, бесергә һәм тегергә өйрәнә. Иң һәләтле уҡыусы булғанлыҡтан, мастер-электрик уны был һөнәргә лә өйрәтә. Гөлфә бишенсе разрядлы электрик исемен ала. Иренең тыуған яҡтарына ҡайтҡас та колхоз баҫыуында алмаштырғыһыҙ хеҙмәтсән була, ураҡ мәлендә йәш ҡатынға иген урыу комбайнын ышанып тапшыралар, ул оҫта итеп салғы яный һәм көнөнө бер гектар яландың бесәнен һә тигәнсе сабып ҡуя. Ҡыштарын урман ҡырҡа. Ауылда социаль-мәҙәниәт усаҡтарын төҙөү башланғас, штукатур-буяусы булып эшләй. Шул уҡ ваҡытта апаһынан ҡалған “Зингер” тегеү машинаһында үҙ балалары өсөн генә түгел, бар ауылдаштарына өҫ кейемдәре тегергә лә өлгөрә.
Ғаиләлә биш бала тыуа, Гөлфә еңелерәк эшкә – ауыл магазинына һатыусы булып күсә. Бер саҡ уның ҡыҙы менән бергә уйнаған баласаға ҡысҡырышып килеп инә. “Асия йығылды ла тора алмай,” – тип хәбәр һала улар. Ҡатын ҡыҙына ярҙамға ашыға, ҡулбашының һалынып төшөүенән уның ҡулы ҡаймыҡҡанлығын аңлай. Күп уйлап тормай, тиҙ хәрәкәт менән баланың ҡулбашын урынына ултыртып ҡуя. Ошо хәлдән һуң травма алған кешеләрҙең туғандары уға йүгереп килә башлай. Бер кемде лә кире бороп ебәрмәй: быуын ултырта, һәр төр ауыртыуҙарҙы дауалай. Бағымсы тураһында хәбәр тиҙҙән бар районға тарала. Ошондай осраҡ та була: Йыланыш ауылындағы бер ҡатынды бала тапҡандан һуң бер кем дә аяҡҡа баҫтыра алмай. “Мин уның иренә мунса яғырға ҡуштым. Үҙемдең дарыуҙарымды, бурһыҡ, айыу майҙарын алдым да, уларға киттем. Арҡаһына һәм аяҡтарына тәбиғи майҙар һылап, массаж яһай торғас, был ҡатынға бер аҙнанан һуң аяҡҡа баҫырға ярҙам иттем. Төрлө яҡтарҙан ашҡаҙаны урынынан күскән, билдәре һыҙлаған ҡатын-ҡыҙ, балаһыҙ интеккән парҙар килде,” – тип һөйләй дауалаусы.
Бағымсының шифалы ҡулдары арҡаһында 50-нән артыҡ ғаилә үҙ балаларының донъяға килеүенә һөйөнә алған. Уның эштән һөйәлләнгән ҡулдары 45 йыл инде кешеләргә ярҙам итә. Ул травмотолог һәм массаж яһаусы ла, дарыу үләндәрен яҡшы белә, бер үк ваҡытта психотерапевт һәм диетолог та. Донъяға асыҡ һәм ыңғай ҡарашта ул, фәлсәфәүи фекер йөрөтә, телмәре бай мәғәнәле. Бағымсы кешеләрҙе дауалауға тәбиғи һәләте булыуын йәшермәй, шул уҡ ваҡытта ул күп нәмәгә үҫмер саҡта үҙенең әбеһенән өйрәнеүен дә һөйләп китте. “Әбейем һуғыш йылдарында хәрби табип ине, һуңынан тиҙ ярҙам хеҙмәтендә эшләне. Мин йыш ҡына уның менән саҡырыуҙарға йөрөй торғайным, тәүге ярҙам күрһәтеү ысулдарын яҡшылап хәтеремә һеңдерә барҙым һәм үҙем дә уларҙы ҡабатларға өйрәндем,” – тип һөйләне Гөлфә Рафиҡ ҡыҙы.
Ул тәбиғи маздәр, майҙар һәм, әлбиттә, сихри көскә эйә ҡулдары ярҙамында эш итә. Дөрөҫ, хәҙер инде пациенттарын дауалаған ваҡытта ҡулдарын даими ял иттереп алырға тура килә. Ул ҡәтғи һәм асыҡ, көслө тауыш менән үҙ күрһәтмәләрен бирә. Дауалаусының кәңәштәре ябай: көнөнә тейешенсә шыйыҡса – ике литрға яҡын һыу эсергә, яҡындарыңды яратырға, ғаилә менән йәшәргә һәм физик күнегеүҙәр яһарға кәрәк. Бағымсы әбей ырғаҡ менән бәйләй, ҡорама юрған һырый, кешеләр һаулығы хаҡына Хоҙайға доға ҡыла. Ауыл мәсете уның өйө ҡаршыһында урынлашҡан. Уны тергеҙеүгә лә Гөлфә Рафиҡ ҡыҙы ҙур өлөш индергән. Ҡатмарлы репрессия йылдарында ата-әсәһе йортонда ниндәйҙер мөғжизә менән һаҡланып ҡалған боронғо китаптарҙы мәсеткә бүләк итеп тапшырған.