Самат Златоуст ҡалаһында сауҙа- иҡтисад техникумын тамамлағас, РФ Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт итә. Хеҙмәтен тамамлап ҡайтҡас, “Аҡбуҙат” МУП-ында эш башлай. Ике йыл ошо хужалыҡты етәкләй, артабан үҙ фермер хужалығын үҫтереүгә тотонорға ҡарар итә. 2016 йылда “С.А. Нотфуллин” крәҫтиән-фермер хужалығы эшен башлап ебәрә, был ваҡытта уның хужалығында башҡорт тоҡомло 68 баш ат була. Бөгөн уларҙың һаны 80 башҡа еткән. Шулай уҡ ике нәҫел айғыры, 40 баш йәш тай иҫәпләнә. Инициативалы егет һөт етештереү менән шөғөлләнеүҙең әһәмиәтен дә яҡшы аңлай.
“Мин “Ғаилә малсылыҡ фермаһы” республика программаһында ҡатнашып, 6,2 миллион һумлыҡ грант алыуға ирештем. Был аҡсаға Свердловск өлкәһе “Новый путь” ауыл хужалығы кооперативынан 50 баш Голштин тоҡомло ҡара сыбар тана һатып алдым. Йыл башына уларҙың күбеһе быҙауланы. Бөгөн һауын һыйырҙар 25 баш тәшкил итә, көнөнә һәр ҡайһыһынан 10,8 кг һөт һауып алабыҙ. Тәүлегенә литрын 19 һумдан уртаса 220 кг һөт һатабыҙ. Уны Һатҡы ҡалаһы һөт комбинатынан машина килеп ала,” – тип һөйләй Самат Азат улы.
Малсылыҡты үҫтереүҙе йәш фермер аҙыҡ базаһын яҡшыртыуҙан башлай. 267 гектарҙа яҙғы бойҙай, 130 гектарҙа һоло, 23 гектарҙа борсаҡ һәм 0,3 гектарҙа картуф сәскән һәм яҡшы ғына уңыш алған. Күп йыллыҡ үләндәр ҡатышмаһынан 400 тонна сифатлы сенаж һәм 300 тонна бесән әҙерләгән.
Фермалағы малдар көр һәм туҡ. Хайуандарҙың алдынан минераль тоҙ һәм һыу өҙөлмәй. Фермала һыйыр малдары өсөн Фаил Абдуллин яуаплы. Аттар өсөн яуаплылыҡ Руслан һәм Илдар Фазлыевтарға йөкмәтелгән, улар тәүлек әйләнәһенә алмашлап эшләй. Елена Йәмғурова һауынсы бурыстарын намыҫлы башҡара.
Шуны ла билдәләп китергә кәрәк, дәүләт уңышлы эшләүсе КФХ-ларға ярҙам күрһәтә. Эш башлауының тәүге йылында хужалыҡ 116 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамы алған. Үткән 2018 йылда үҫемселек өлкәһендә 188,8 мең һумлыҡ бәйләнешһеҙ ярҙам һәм элиталы орлоҡсолоҡҡа 487 мең һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән.
Беҙҙең ауылдар ауыр крәҫтиән хеҙмәтенән ҡурҡмаған, ергә береккән һәм унда эшләргә теләгән, был өлкәләге хеҙмәт төрөн яратҡан инициативалы йәш кешеләргә мохтаж.
Л. Саҙретдинова. Автор фотоһы.