Беҙҙең Ҡыйғы
+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Ғинуар 2019, 17:27

ТӨН. УРАМ. ФОНАРЬ… МӘКТӘП

Ауылдарҙың урамдарын яҡтыртыу – халыҡ уңайлығы өсөн генә түгел, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн дә мөһим сараларҙың береһе. Был проблемаға республика етәкселеге тарафынан етди иғтибар бирелеүе осраҡлы түгел. Балалар мәғариф учреждениелары территорияларын яҡтыртыу айырым контроль аҫтында. Районда урамдарҙы яҡтыртыу торошо тураһында беҙгә район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Т. Хәбиров бәйән итте:

– Киске ваҡытта район урамдарының 70 проценты тирәһе яҡтыртыла, барлығы 1155 яҡтыртҡыс ҡуйылған. Был республика буйынса насар күрһәткес түгел. Балалар мәғариф учреждениеларының территориялары 100 процентҡа яҡтылыҡ менән тәьмин ителгән. Шул уҡ ваҡытта Ҡөлмәт, Мәсәк, Абзай, Ҡурғаш, Ләүзә ауылдарындағы мәктәптәр, Үрге Ҡыйғы ауылында “Ҡояшҡай” һәм “Башаҡ” балалар баҡсалары эргәһендә өҫтәмә яҡтыртҡыстар ҡуйырға кәрәк. Әйткәндәй, был йүнәлештә эштәр бара, ауыл биләмәләре хакимиәттәре етешһеҙлектәрҙе бөтөргән.
БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ауылдарҙы яҡтыртыу системаларын яҡшыртыу буйынса программа проектын әҙерләй. Унда ҡатнашыу өсөн, муниципалитеттар ярашлы заявка әҙерләргә, эштәр хаҡын билдәләргә тейеш. Шул уҡ ваҡытта урындағы бюджеттың сығымдарҙы кәмендә 10 процентҡа берлектә финанслауы шарт. Беҙҙең районға бағаналар ултыртыу, сымдар үткәреү, яҡтыртҡыстар ҡуйыу өсөн кәрәкле сумма 2717 мең һум тәшкил итә (берлектә финанслауҙы иҫәпкә алып).
2024 йылға тиклем Башҡортостанда ауылдарҙы яҡтыртыу системаларын яҡшыртыу буйынса программа сиктәрендә 140 мең яҡтыртҡыс ҡуйыу планлаштырыла. Был турала БР Хөкүмәте Президиумы ултырышында билдәле булды. Алдан күҙаллауҙарға ярашлы, 2019 йылда Башҡортостан Республикаһы бюджетынан 583,7 миллион һум бүленәсәк, урындағы бюджеттарҙың берлектә финанслауын иҫәпкә алып, финанслау 642 миллион һум тәшкил итәсәк. 2019–2024 йылдарҙа аталған маҡсаттарға барлығы 3,8 миллиард һум йүнәлтеү планлаштырыла. Радий Хәбиров энергия һаҡлау технологияларын мотлаҡ файҙаланыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Кире осраҡта бюджетҡа өҫтәмә йөкләнеш ятасаҡ.
С. Исмәғилева яҙып алды.

Читайте нас: