Беҙҙең Ҡыйғы
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Ғинуар 2019, 12:37

5-7 көндән Сибайҙа карьерға һыу тултырыу эштәре башлана

5-7 көндән Сибайҙа карьерға һыу тултырыу эштәре башлана. Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Сибай мэры Рөстәм Афзалов ошо хаҡта белдерҙе.

5-7 көндән Сибайҙа карьерға һыу тултырыу эштәре башлана. Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Сибай мэры Рөстәм Афзалов ошо хаҡта белдерҙе.
Янғын сығанаҡтарын һыу менән һүндереү тураһында ҡарар властар, «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты»ның Сибай филиалы һәм «Уралмеханобр», «Маггеоэкспорт», «Уралгеопроект», «Горный эксперт» институттары әйҙәүсе белгестәренең фекер алышыуы һөҙөмтәһендә ҡабул ителде.
Ҡала хакимиәте башлығы һүҙҙәренсә, Сибай карьерына һәм Яңы Сибай ятҡылығының ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу урынына өлөшләтә һыу тултырыла. Саралар 469-сы һәм 549-сы метрҙарҙа үткәрелә. Ошо эштәргә әҙерләнеү, шахтанан технологик ҡорамалдарҙы сығарыу өсөн 5-7 көн кәрәк. Һыу тултырыу эндоген процестар тамамланғансы дауам итә.
Читайте нас: