Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов ҡул аҫтындағыларҙан фонарь бағаналарына, туҡталыштарҙа һәм күп фатирлы йорттарҙың ишектәренә рөхсәтһеҙ иғландар йәбештереүҙә тәртип урынлаштырыуҙы талап итте. Уның фекеренсә, улар Башҡортостандың баш ҡалаһының йөҙөн боҙа.
«Бөтә бағаналарҙы һәм туҡталыштарҙы иғландарҙан таҙартырға кәрәк. Ҡаланы йәмһеҙләгән кешеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһында механизм төҙөү зарур. Ә әлегә бөтә ҡала иғландар менән тулған, ниһайәт, тәртип урынлаштырырға кәрәк», — тине Салауат Хөсәйенов.
Бынан алда Өфөлә йәшәүселәр ҙә бер нисә тапҡыр ошо мәсьәләгә тапҡыр иғтибар йүнәлтте.
«Беҙ ҡалабыҙҙа ҡағыҙҙар йәбештерелгән булыуына шул тиклем өйрәнгәнбеҙ, хатта уны күрмәйбеҙ ҙә. Бер көндө Өфө райондарының береһенең хакимиәтендә: «Һеҙҙә иғлан йәбештереүселәргә ҡаршы көрәш менән кем шөғөлләнә?», — тип һорайым. Ә улар: «Бер кем дә. Беҙҙә ундай проблема юҡ. Урам һепереүселәрҙе эшкә сығарабыҙ һәм таҙартабыҙ. Өмәләр ваҡытында беҙгә предприятиелар булыша», — ти. Аңлайһығыҙмы? Беҙ уны таҙартыу өсөн миллиондарса аҡса түгәбеҙ, ә бының өсөн бер кем дә яуап бирмәй. Ҡала властары ла, полиция ла.. », — тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙең береһендә Өфөлә билдәле блогер Владимир Кобзев.