Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Ғинуар 2019, 16:15

Баш ҡалала өс яңы күпер төҙөү күҙаллана

Өфөлә өс яңы күпер төҙөү күҙаллана. Беренсе күпер — Интернациональ урамы яғына табан, ул Черниковканан ағымды М7 трассаһына тоташтырырға тейеш, икенсеһе — Димдән Нижегородкаға, өсөнсөһө — Өфө — Аэропорт трассаһы буйлап Кузнецов затоны аша Менделеев урамына.

Башҡортостан юлдаш телеканалы хәбәр итеүенсә, был мәсьәлә Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында тикшерелде. Потенциаль инвесторҙар – Ҡытайҙан. Яңы проект ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
«Киләһе ике аҙнала ниәттәр тураһында берлектәге меморандум проектын әҙерләргә һөйләштек, унда ошо күперҙәр төҙөлөшө финансын һәм техник характеристикаһын сағылдырырбыҙ», — тине Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов.
Проект буйынса, күперҙәр өс йылдан сафҡа индерелә.
Читайте нас: