Беҙҙең Ҡыйғы
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Ғинуар 2019, 13:53

ҒАИЛӘЛӘ ТАТЫУЛЫҠ БУЛҺА, ЭШТӘР КӨЙЛӨ БАРА

Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы университетының механизация факультетын тамамлаған йәш агроинженер Айҙар Ринат улы Ямалетдинов вуздан һуң тыуған ауылы Туғыҙлыға ҡайтырға ҡарар итә. Ата-әсәһен һәм ауылдаштарын шатландырып, ул ауылға бер үҙе генә түгел, ғаиләһе менән ҡайта. Уның тормош иптәше Лилиә Радик ҡыҙы ошо уҡ университеттың агрономия факультетын тамамлаған. Йәш ғаиләнең өс йәшлек улы Шамил үҫеп килә.

Айҙар бала саҡтан һәр төрлө болт, гайка, деталдәр йыйырға һәм уларҙан төрлө механизмдар ҡорорға әүәҫ була, иң тәүҙә – велосипед, үҫә төшкәс, мотоциклдар ремонтлай, водитель таныҡлығы алғандан һуң автомобилдәр йүнәтә башлай. Атаһы – остазы һәм кәңәшсеһе, элекке “Ҡыйғы” совхозы водителе Ринат Ғәләлетдин улы һәр саҡ уның эргәһендә була. Техникаға һөйөү егетте аграр университетҡа илтә. Үҙенең “Пневматик иген сәскесен әҙерләү һәм модернизациялау” тип аталған диплом эшенә ул ентекле әҙерләнә.
Лилиә Радик ҡыҙы сығышы менән Хәйбулла районының Татыр Үҙәк ауылынан. “Мин бала саҡтан осо-ҡырыйы булмаған иген баҫыуҙары араһында үҫтем. Мин баҫыуҙарҙа иген башаҡтарының өлгөрөп еткәнен һәм иген йыйыу комбайндарының нисек эшләгәнен ҡарарға ярата инем. Диплом алды практикамды ла шунда үттем,”– тип һөйләй ул.
Йәш ғаилә ата-әсә йортонда йәшәй. Биш йыл элек ата-әсәләре ҙур иркен йорт һалып ингән, уны төҙөүҙә каникул мәлдәрендә Айҙар ҙа ярҙам иткән.
Ямалетдиновтар бер нисә йыл элек һауын һыйырҙары аҫрау менән шөғөлләнә башлаған, етештергән продукцияны улар Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡалаһына алып барып һата. Ғаилә бергәләп кәңәшләшкәндән һуң, крәҫтиән-фермер хужалығы асырға һәм һауын һыйырҙар үрсетергә ҡарар итә. “Л.Р. Ямалетдинова” крәҫтиән-фермер хужалығы Стартап Программаһында ҡатнаша һәм “Кесе бизнесҡа башланғыс стадияла ярҙам” Грантын алыуға өлгәшә, уларға 250 һум күләмендә аҡса бүленә. Был аҡсаға ғаилә Бестужев тоҡомло таналар һатып алған.
“Әлегә беҙ 12 гектар ерҙе ҡуртымға алғанбыҙ, киләсәктә майҙанды арттырып, күп йыллыҡ үлән сәсергә уйлайбыҙ. Беҙҙең ауыл хужалығы техникабыҙ бар, атайым менән тәгәрмәсле ЮМЗ-6 тракторын ҡороп алдыҡ, уға КУН-10 тейәгесен дә яһағанбыҙ, роторлы сапҡысыбыҙ, бесән йыйғысыбыҙ һәм бесәнде рулонға төрөүсе ПР-145С йыйғысыбыҙ бар,” – тип һөйләй йәш фермер. Малсылыҡтан тыш, ғаилә картуф һәм йәшелсә үҫтереү менән шөғөлләнергә, ауыл хужалығы кооперативына инергә уйлай.
“Ауылда йәшәү беҙҙең өсөн ҡыйын түгел, Интернет селтәре бар, унан беҙ бар кәрәкле мәғлүмәтте таба алабыҙ, күп функциялы мәҙәниәт үҙәге эшләй, бында ла күңелең теләгән шөғөлдө табырға була. Улыбыҙ “Әтәскәй” балалар баҡсаһына йөрөй.
Мин студент саҡта “Зәңгәр йәшен” хәрби-патриотик клубында ҡул көрәше һәм еңел атлетика секцияларында шөғөлләндем, – тип һөйләй Айҙар Ринат улы. – Беҙ тормошта дөрөҫ юл һайланыҡ, тигән фекерҙәбеҙ һәм тыуған еребеҙҙә эшләргә әҙербеҙ”.
Л. Саҙретдинова. Автор фотоһы.

Читайте нас: