Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тарих һәм Башҡортостан мәҙәниәте бүлегенең 5-се курсында уҡыусы Айгүзәл Сәғитова, башҡорт һәм инглиз теле бүлегенең 2-се курсында белем алыусы Наҙгөл Кәлимуллина факультеттың алдынғы студенттары рәтендә. Ҡыҙҙар уҡыуҙа ла һынатмайҙар, уҡыуҙан тыш сараларҙа ла әүҙем ҡатнашалар. Улар икеһе лә – университеттың “Арыҫлан” спорт клубы волейбол командаһының төп составы уйынсылары.
Айгүзәл профессор Л.Х. Сәмситованың фәнни мәктәбендә ағза булып тора. Уның Халыҡ-ара, Рәсәй һәм төбәк кимәлендәге ғилми-ғәмәли конференцияларҙа яһаған сығыштары төрлө кимәлдәге маҡтау ҡағыҙҙарына һәм дипломдарға лайыҡ булып килә, үҙе фән буйынса юғары академик стипендия алыуға дәғүә итә.
Наҙгөл дә беренсе курстан алып үҙен бик тырыш, әүҙем, талантлы студент итеп күрһәтте. Беренсе курста уҡығанда уҡ “Халыҡ-ара XII М. Аҡмулла уҡыуҙары” сиктәрендә үткәрелгән “М. Аҡмулла шиғырҙарын тасуири уҡыусылар” конкурсында гран- при яуланы.
Наҙгөл шулай уҡ билдәле сәсәниә, филология фәндәре докторы, профессор Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы Солтангәрәева етәкләгән “Сәсәндәр мәктәбендә” шөғөлләнә. 2018 йылдың 25–26 октябрендә үткән II Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивалендә “Сәсәндәр мәктәбе” лауреат дипломына лайыҡ булды һәм алтын миҙал менән бүләкләнде.
Ошондай аҡыллы, ихлас, тырыш, кешелекле һәм кеселекле балалар тәрбиәләп үҫтергәндәре өсөн, Иҫке Мөхәмәт ауылында йәшәүсе Сәғитовтар һәм Кәлимуллиндар ғаиләһенә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты исеменән оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡыҙҙарға яңынан-яңы ижади үрҙәр, уҡыуҙарында уңыштар теләйбеҙ.