Бөгөн беҙ гәзит уҡыусыларҙы 11-се төркөм студенттары менән таныштырырға теләйбеҙ. Буласаҡ ашнаҡсы- кондитерҙар бөгөн 2-се курста. 12 ҡыҙҙан һәм 9 егеттән торған төркөм һәр ерҙә үҙен ыңғай яҡтан күрһәтә. “Уларҙың күҙҙәрендә дәртле осҡондар күрәм. Уҡырға һәм йәмәғәт эштәрендә шөғөлләнергә генә түгел, үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашырға ла өлгөрәләр. Ҡыҫҡаһы, уҡыу йортоноң иң өлгөлө төркөмдәренең береһе,” – ти класс етәксеһе лилиә Әхмәтшина.
Республика йәштәргә социаль-психологик һәм методик ярҙам үҙәге Төньяҡ филиалы етәксеһе Р. Ҡыямова был төркөм студенттары менән йыш осрашып тора. “Мин бында һәр ваҡыт ҙур ихласлыҡ менән киләм. Студенттар менән фекер алышыу өсөн темаларҙы бергәләп һайлайбыҙ. Мин үҙем менән йәмәғәт ойошмалары етәкселәрен, төрлө белгестәрҙе алып киләм. Студенттарҙың өлкәндәр менән һөйләшеү ҡорорға, аныҡ тема буйынса фекер йөрөтөргә, үҙ ҡарашын яҡлай белергә өйрәнеүе, үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алыуы мөһим булып тора. Мәҫәлән, бында Үрге Ҡыйғы ауыл биләмәһе башлығы Н. Шәмиев, райондың йәштәр советы рәйесе И. Ғөбәйҙуллин, тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе Р. Асҡаров килеп китте. Дөйөм алғанда, мин тәрбиәүи маҡсатты күҙҙә тотам. Сөнки шәхестең формалашыуында тәрбиә ҙур роль уйнай. Шул саҡта ғына йәштәрҙән юғары әхлаҡлылыҡ һәм илһөйәрлек кеүек сифаттарҙы көтөргә мөмкин. Был ҡыҙҙар һәм егеттәр – беҙҙең киләсәгебеҙ, районда эшләйәсәк һәм йәшәйәсәк белгестәр. Беҙ төркөмдә анкета һорауҙарына яуап биреү үткәрҙек, уның һөҙөмтәһе ҡыҙ-егеттәрҙең был һөнәрҙе аңлы рәүештә һайлауын күрһәтте. Ашнаҡсы һөнәренә бөгөн һорау бар. Улар үҙ киләсәктәрен аныҡ күҙ алдына килтерә, күптәре юғары белем алырға хыяллана. Күбеһе, эшләй башлағас, ата- әсәләренә ярҙам итәсәктәрен белдерҙе. Был да күп нәмә тураһында һөйләй,” – тип уртаҡлашты Р. Ҡыямова.
Тарихсы һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе Р. Асҡаров район йәштәренең ҡалаларҙа белем алыусы тиҫтерҙәштәренән бер яҡлап та айырылмауын билдәләне, улар шулай уҡ теремек, ҡыҙыҡһыныусан һәм ысын студенттар тормошо менән йәшәй. Асыштар яһарға, мажаралар эҙләргә, белемдәрен байытырға ынтылалар. Уларҙың көс-дәртенә, тормош һөйөүсәнлегенә һоҡланырға ғына ҡала. Яҡшы уҡыйҙар, тик “бишле”гә өлгәшеүселәр бар. Шуныһы ҡыуаныслы: төркөмдә ярышыусанлыҡ рухы хөкөм һөрә, ул һәр кемде яҡшыраҡ булырға әйҙәй.
Студенттар үҙҙәре ләүзә ауылындағы оло йәштәгеләр һәм инвалидтар интернат-йортона барыу хәтерҙәрендә уйылып ҡалыуын билдәләп үтте. “Беҙ күстәнәс – үҙебеҙ бешереп, бәлештәр алып барҙыҡ, концерт номерҙары күрһәттек, унда йәшәүселәр менән әңгәмәләштек. Әбей- бабайҙарҙың йөҙҙәрендәге ихлас йылмайыу беҙҙең өсөн иң ҙур ҡыуаныс булды,” – ти улар. Башҡа кешенең хәленә инә белеү, тирә-яҡтағыларға яҡшы ҡылыҡтарың менән шатлыҡ килтереү, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыу – һәр кешенең иң яҡшы сифаттары.