Беҙҙең Ҡыйғы
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Ғинуар 2019, 14:04

ЭШТӘР ДАУАМ ИТӘ

2014 йылдан башлап Башҡортостанда Урындағы инициативаларҙы хуплау программаһы тормошҡа ашырыла. Ул ауылдарҙағы киҫкен социаль мәсьәләләрҙе: юлдарҙы, мәҙәниәт усаҡтарын, мәғариф учреждениеларын ремонтлау, яҡтыртыу, һыу менән тәьмин итеү, төҙөкләндереү проблемаларын хәл итеүгә йүнәлтелгән. 2016 йылдан башлап беҙҙең район да был программала ҡатнаша. Быйыл да республикала проекттарҙы финанслау дауам итәсәк.

Ҡыйғы районы муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары, финанс идаралыҡ начальнигы Г. Моратова хәбәр итеүенсә, программа сараларын бойомға ашырыуҙың календарь план-графигына ярашлы, уҙған йылдың октябрь-ноябрендә райондың барлыҡ ауыл биләмәләрендә йомғаҡлау йыйылыштары уҙған һәм 2019 йылда тормошҡа ашырыу өсөн өҫтөнлөклө проекттар билдәләнгән. Ошолай итеп, быйыл түбәндәге эштәрҙе башҡарыу күҙҙә тотола: Алағуз ауылы мәктәбе ҡыйығын капиталь ремонтлау, Үрге Ҡыйғы ауылындағы “Башаҡ” балалар баҡсаһы, Йыланлы ауылы мәктәбе тәҙрәләрен яңыртыу; Ҡолбаҡ, Яуын, Сағыр ауылдарында клуб биналарын ремонтлау; Йосоп ауылы мәҙәниәт йорто өсөн музыка ҡоралдары һәм аппаратура һатып алыу; Ҡурғаш ауылы өсөн балалар майҙансығы, Түбәнге Ҡыйғы ауыл биләмәһе тракторы өсөн ҡорамалдар һатып алыу.
– Былтыр заявка биргән барлыҡ ауыл биләмәләре конкурста еңеп сыҡты, файҙалы тәжрибә алды һәм программаның ниндәй мөмкинлектәр биреүен күрҙе, – тип һөйләй Гөлфирә Ғафур ҡыҙы. – Быйыл да унда ҡатнашырға теләүселәр күп, шуға ла һәр этапта мөмкин тиклем күберәк мәрәйҙәр йыйырға кәрәк: халыҡтың йомғаҡлау йыйылышында нисек ҡатнашыуы, халыҡ яғынан берлектә финанслау проценты, спонсорҙарҙың күпме булыуы, стендтар, плакаттар әҙерләнеүе, төрлө саралар ойошторолоуы ҙур роль уйнай.
Бөгөн ауыл биләмәләре хакимиәттәренең эш төркөмдәре инициатива төркөмдәре ағзалары менән берлектә, финанс идаралыҡ ярҙамында конкурс документтарын әҙерләү менән мәшғүл.
Беҙҙең заявкалар һайлап алыу турын уңышлы үтер һәм планлаштырылған эштәр бойомға ашырылыр, тип ышанабыҙ.
Барыһы ла уңышлы булһа, июнь айында торгтар уҙасаҡ, эштәрҙе башҡарыуға подрядсылар һайланып, килешеүҙәр төҙөләсәк. Практик эштәр 2019 йылдың июль-октябрендә башҡарыласаҡ.

З. Закирова яҙып алды.

Читайте нас: