“Конкурста ҡатнашыусыларға үҙҙәре теләгән әҫәрҙе һөйләргә тәҡдим ителде. Беҙ Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең “Ҡара һыуҙар” поэмаһынан өҙөк һайлап алдыҡ. Уның әҫәрҙәре беҙгә бәләкәйҙән таныш, ә быйыл республикабыҙ бөйөк шағир, прозаик һәм драматургтың 100 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Конкурсҡа бик ентекле әҙерләндек,” – тип һөйләй Илһам.
“Сәхнәгә сығыр алдынан ҙур аудитория алдында сығыш яһаясаҡбыҙ икәнлеге тураһында уйламаҫҡа тырыштым, – ти Илнара. – Беҙ жюри хөкөмөнә тәҡдим иткән өҙөк бик тә тәьҫирле. Һуғышта кеше яҙмыштары тураһында уйланыуҙарҙан тора. Һуғыш тураһында тыныс ҡына һөйләү һәм тыңлау мөмкин түгел… Тексты матур итеп һөйләп бирергә генә түгел, үҙ героинямдың кисерештәрен, уй - тойғоларын асып һалырға тырыштым. Был еңел булманы, сөнки сығыш яһарға бер нисә минут ҡына ваҡыт бирелгәйне”.
Педагог Т. Сәхәүетдинова үҙ тәрбиәләнеүселәренең сығышынан ҡәнәғәт. Уҡыусылар сәхнәлә үҙҙәрен ышаныслы тота белә. Улар йыр- бейеүгә лә, музыка ҡоралдарында уйнарға ла әүәҫ икән.
“Хәҙер беҙ ошо сығыштың видеояҙмаһын М. Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейына арналған “Ҡоштар осорам” Халыҡ-ара Интернет- конкурсына ебәрергә ниәтләйбеҙ,” – ти педагог.
Илнара менән Илһамға уңыштар теләп ҡалабыҙ!