Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Ғинуар 2019, 17:12

ҠАҺАРМАНЛЫҠ ҺӘМ ИЗГЕЛЕК

1945 йылдың Еңеүле майы. Фәрзәнә Хәбибуллина (һүрәттә) 1418 көн һәм төн фашист Германияһына ҡаршы барған һуғыштан һуң тыуған яҡтарына ҡайта. Бынан бер нисә көн элек башҡа хеҙмәттәштәре менән берггә уға ла Юғғары Баш командование исеменән рәхмәт хаты тапшырыла. Был документ-хат беҙҙең көндәрггәсә һаҡланған. Уны тулҡынланыуһыҙ уҡыу мөмкин түгел: күңел Ватан, уны яҡлаусы һалдаттар өсөн ғорурлыҡ менән тула.

“Хөрмәтле иптәш

Ф.Х. Хәбибуллина!
Бөйөк Ватан һуғышы беҙҙең тулы еңеү менән тамамланды. Беҙҙең совет ҡоралы көсө менән Гитлер Германияһы тулыһынса тар-мар ителде. Большевиктар партияһы, бөйөк Сталин етәкселегендәге ҡыйыу Совет Армияһы, совет халҡы беҙҙең илебеҙҙе һәм Европа илдәре халҡын мәңгелеккә Гитлер ҡоллоғонан азат итте.
Илебеҙҙең азатлығы һәм үҙаллылығы, Ленин ҡалаһы өсөн барған ҡаты алыштарҙа ҡатнашыусы булараҡ, Һеҙ үҙ һалдат бурысығыҙҙы намыҫлы башҡарҙығыҙ.
Һеҙгә еңеү менән тыуған яғығыҙға, үҙ ғаиләгеҙгә, тыныс ижади хеҙмәткә әйләнеп ҡайтыуҙың шатлыҡлы көнө етте. Һеҙҙе оҙатҡанда беҙ, һеҙ хеҙмәт фронтында ла бейеклектәр яуларһығыҙ, инициатива, ныҡышмалылыҡ һәм һынмаҫ ихтыяр көсө күрһәтерһегеҙ, тип ышанабыҙ.
Хөрмәтле иптәш Хәбибуллина, иҫән- һау тыуған ғаиләгеҙгә әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы һәм эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.
Хәйерле юл һиңә, беҙҙең хәрби дуҫыбыҙ!”
1943 йылдың март айында уҡ ул үҙе өсөн иң ҡәҙерле һәм иҫтәлекле булған бүләкте ала. СССР Юғары Советы Президиумының 1942 йылдың 23 декабрендәге Ҡарары менән Ф.Х. Хәбибуллина “Ленинградты һаҡлаған өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Фәрзәнә Хәбибулла ҡыҙына совет-герман фронтының иң мөһим өлөшөндә – Ленинградты обороналауҙа ҡатнашырға тура килә. Ул һуғыштың иң ҡатмарлы һынауҙарын үтә, фашист авиацияһының һәм артиллерияһының һөжүме ваҡытында ҡаланың емерелеүенә, тыныс халыҡтың күпләп һәләк булыуына шаһит була. Ул тәүлегенә 125 грамм ғына икмәк алып, аслыҡтан интеккән ҡарт-ҡороларҙы, ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм балаларҙы ғүмере буйы хәтеренән сығара алмай. Ольга Бергольцтың: “Блокаданың ҡан һәм ут менән ҡатышҡан 125 грамм ризығы” тигән шиғыр юлдары иҫегеҙҙәме?..
Аслыҡтан һәм һалҡындан һәләк булған кешеләрҙең мәйеттәре менән тулған урамдарҙы нисек оноторға мөмкин? Уның ейәнсәре Люция Протасевич миңә яҙған хатында: “Өләсәйем Ленинград блокадаһы хаҡында бик күп һәм һәр ваҡыт күҙ йәштәре аша һөйләй ине,” – тип хәтергә ала.
Фәрзәнә Хәбибулла ҡыҙының 1995 йылда яҙған автобиографияһынан:
“Мин 1916 йылдың 10 апрелендә Башҡорт АССР-ы Ҡыйғы районы Арыҫлан ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килгәнмен. Ғаиләлә күмәк инек, минән башҡа өс ҡыҙ һәм өс малай тәрбиәләнде.
Мин Арыҫлан ауылында тәүге пионерка булдым. Пионерҙар сафына – 1926 йылда, ВЛКСМ-ға 1930 йылда баҫтым. 1941–1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Ленинград ҡалаһын обороналауҙа ҡатнаштым, 900 көнлөк Ленинград блокадаһын үткәрҙем. 1941 йылдан КПСС ағзаһымын. 1991 йыл 15 июлендә “50 йыл КПСС ағзаһы” алтын тамғаһы менән бүләкләндем. 1971 йылдың апреленән хаҡлы ялдамын, икенсе төркөм инвалидымын. 2-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгәнмен. 12 дәүләт наградам бар.
һуғыштың тәүге көндәренән өс ағайым һәм өс еҙнәм фронтҡа юлланды. Мин дә беҙҙең ғаиләнән 7-се булып һуғышҡа үҙ теләгем менән киттем. Һуғыштан бер мин иҫән-һау әйләнеп ҡайттым, башҡалар беҙҙең илдең азатлығы өсөн ҡорбан булды. әйләнеп ҡайтҡас, әсәйемде күреү бәхете теймәне. Ул бар балаларының да һәләк булыу ҡайғыһын күтәрә алмайынса, был донъяны ҡалдырып киткәйне. Туғандарымдан берәү ҙә тороп ҡалмағайны.
һуғыштан һуң тормошҡа сыҡтым. Тормош иптәшем менән ике ҡыҙ – Римма менән Лилиәне үҫтерҙек. Әле өс ейәнсәрем: Лариса, Светлана һәм Люциә, бер бүләсәрем Лена бар. Лариса Ленинградта, Светлана Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһында, Люциә Ленинград өлкәһендә йәшәй”.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тормош иптәшен, ағаһын, улын йәки ҡыҙын юғалтмаған бер ғаилә лә булмағандыр. Фәрзәнә Хәбибуллинаның әсәһе ете ҡәҙерле һәм ғәзиз кешеһен һуғышҡа оҙата. Уларҙан өҙөлөп хәбәр көтә, әммә уларҙың алтыһының үлем хәбәрен генә ала. Халыҡ телендә “ҡара ҡағыҙ” тип аталған аяуһыҙ хаттар бер-бер артлы килеп кенә тора. Әсә йөрәге был юғалтыуҙарҙы күтәрә алмай. Контузия алғас, Фәрзәнә атай йортона ҡайта, әммә унда бер кем дә булмай. ”Әсәйем йүгереп сығып ҡаршы алманы, күҙ йәштәремде һөртөп, иртә ағарған сәстәремде һыйпаманы, – тип хәтерләй ул. – Эргәләге ҡайынлыҡҡа барып, яратҡан ҡайындарыма ҡайғы-хәсрәттәремде һөйләргә теләнем, ләкин уларҙы ла тапманым. Һуғыш йылдарында ҡырҡып, мәктәпте йылытҡандар икән. Туйғансы иланым да, тыуған ауылымды ҡалдырып киттем”.
Фәрзәнә апай һуңғы тапҡыр тыуған арыҫлан ауылына 1982 йылда килә. Уның күкрәген 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн”, “Ленинградты обороналаған өсөн”, “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, “Хеҙмәт ветераны”, “50 йыл КПСС ағзаһы”, Жуков миҙалдары һәм башҡалар биҙәй.
Класташы Кәбир Хафизовтың иҫтәлектәренән: “Арыҫлан ауылы мәктәбендә тәүге пионер отрядын төҙөүҙә ауылдың тәүге комсомолсылары Рәхим Сибәғәтуллин, Нәсип Сәхәүетдинов, Әхмәҙулла Нотфуллин, Хәйрулла Зарифуллин, Сәләх Ғилметдинов, Һаҙый Абдуллин, Шәйҙулла Фәйзуллин, Нурмөхәмәт Сафин һәм башҡалар ярҙам итте. Бер нисә малай һәм бер ҡыҙ – Фәрзәнә тәүге пионерҙар булдыҡ. Ул һылыу, яғымлы, алсаҡ ҡыҙ, яҡшы иптәш булыуынан тыш, тиңдәштәре араһында иң ҡыйыуы һәм тәүәккәле ине. Ауылда һәр яңылыҡҡа ҡаршы булыусыларҙың мыҫҡыллауҙарынан да, хатта янауҙарынан да өркмәне. Беҙ ауылдаштарыбыҙ араһында мәҙәни, аң-белем биреү эштәрен алып барҙыҡ, концерт, спектаклдәрҙә уйнаныҡ, белемһеҙҙәр өсөн ҡысҡырып уҡыуҙар ойоштора инек, һәр төрлө түңәрәктәрҙә ҡатнаштыҡ”.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса Фәрзәнә Хәбибуллина ҡыйғы колхоз- совхоз театрында үҙешмәкәр актриса ла була. 30-сы йылдар уртаһында өфөгә күсенгәс, ул баш ҡала сәхнәләренең береһендә уйнай. Ейәнсәре люциә һөйләүе буйынса, ғаилә альбомында уның ошо йылдарҙа А. Островскийҙың “Йәшен” (“Гроза”) спектаклендә уйнауынан фотоһүрәт бар, унда Фәрзәнә Хәбибуллина Катерина образында. Ҡыйғы колхоз- совхоз театрының тәүге ойоштороусыһы һәм режиссеры Ирек Ибраһимовтың альбомында ла мин Ф. Хәбибуллинаның үҙе яҙып бүләк иткән фотоһын таптым. Былар барыһы ла уның ижади шәхес булыуы хаҡында һөйләй. әммә көтөлмәгән һуғыш Ф. Хәбибуллинаның киләсәк яҙмышына үҙ үҙгәрештәрен индерә. һуғыштан һуң ул театрға әйләнеп ҡайтырға теләй, әммә фронтта алған контузияһы уға сәхнәлә сығыш яһау мөмкинлеген бирмәй.
Фәрзәнә үҙенең полкташына тормошҡа сыға. Улар 1944 йылда Таллин ҡалаһында уҡ танышҡан була, Еңеү көнөн дә шунда ҡаршылайҙар. Ғаилә ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһында төпләнә һәм оҙон бәхетле ғүмер кисерә. Фәрзәнә Хәбибуллина һәм уның тормош иптәше – һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары – ҡалала хөрмәтле кешеләр була. Үҙенең бер хатында Люциә Протасевич өләсәһе хаҡында бик йылы һүҙҙәр яҙа: “Уның тураһында хәтирәләр – минең өсөн изге нимә. Мин уның ейәнсәре булыуым менән ғорурланам. Өләсәйем хаҡындағы иҫтәлектәрҙе ҡәҙерләп һаҡлайым. Ул иҫемә төшһә, күңелем йылынып китә. минең өләсәйем иҫ киткес матур һәм сағыу кеше ине. Кешеләр уға һоҡланып, уҙып киткәс тә, әйләнеп ҡарай торғайны, әммә ул быға һауаланманы. Ябай һәм изге кеше булды, ҡарап тороуға ҡаҡса ғына булыуына ҡарамаҫтан, көслө рухлы ине. Күңеле һәр саҡ изгелек һәм яҡтылыҡ сәсте. Бер ҡайсан да тауышын күтәрмәне, бер кешегә лә ҡаты бәрелмәне.”
Беҙҙең яҡташыбыҙ Фәрзәнә Хәбибулла ҡыҙы Хәбибуллинаның иҫтәлеген мәңгеләштерергә ваҡыт еткәндер, тип иҫәпләйем мин. Был мәсьәлә буйынса хәл иткес һүҙҙе арыҫлан ауыл Советы ауыл биләмәһе һәм арыҫлан ауылы урта мәктәбе коллективы әйтер, тип ышанғы килә.


Р. Асҡаров, тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Фото Л. Протасевичтың ғаилә альбомынан.

Читайте нас: