Беҙҙең Ҡыйғы
+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Ғинуар 2019, 16:52

"ҒИНУАР ЙӘШЕНЕ" ЙӘШНӘНЕ

27 ғинуарҙа Ленинград блокадаһын өҙөүгә 75 йыл тулды Ленинград өсөн алыш 1941 йылдың июнь айында, фашистар Балтиҡ буйы илдәре сиктәрен баҫып ингән көндәрҙән үк, башлана. Ҡала һуғышҡа әҙерләнә. 1941 йылдың июль-август айҙарында оборона ҡоролмалары төҙөлә башлай, уларҙа көн һайын 60 меңгә яҡын кеше ҡатнаша. Ҡалала 25 км барикада, 4126 дот һәм дзот (ут нөктәһе урындары) төҙөлә. 1941 йылдың йәйендә Ленинград фронтҡа халыҡ ополчениеһының 9 дивизияһын оҙата. Бер аҙнала ополчение сафына 160 мең халыҡ баҫа, шуларҙың 32 меңе ҡатын-ҡыҙҙар була. Һуғыш барышында 300 меңдән ашыу Ленинград ҡалаһы халҡы ополчение ғәскәрҙәре сафында һуғыша.

Октябрь революцияһы бишеге булған ҡаланы дошман яулап ала алмай. Әммә фашист ғәскәрҙәре Мга аша фронтты йырып сығып, Шлиссельбургты баҫып ала һәм ҡаланы ҡоро ерҙән ҡамай. 1941 йылдың 8 сентябренән ҡала менән ладога күле һәм һауа аша ғына бәйләнешкә инеү мөмкинлеге ҡала. 13 сентябрҙән ҡаланы артиллерия утына тотоу башлана һәм фашист ғәскәрҙәре быны блокада тамамланғансы алып бара. Әммә блокада ҡала һаҡсылары араһында ҡурҡыу һәм юғалып ҡалыу уятмай. Быға яуап итеп дошман “Ленинградты блокадалау” директиваһын төҙөй, уның буйынса ҡаланы тулыһынса емереү, ҡаты террор һәм аслыҡ булдырыу, Ленинград ҡалаһын ер менән тигеҙләү һәм ҡала урынында күл барлыҡҡа килтереү ҡаралған була.
Фашист йыртҡыстарына ҡаршы 900 көн һәм төн быға тиклем тиңе булмаған ҡаты алыш бара. Ҡыҙыл армия ғәскәрҙәре Ленинград эргәһендә дошмандың 35 дивизияһын тотҡарлай. Дошманды Ленин исемендәге ҡалаға индермәйенсә генә ҡалмай, 1941–1942 йылдың көҙө һәм ҡышында мәскәүгә лә ярҙам итә.
Ҡала йәшәй, ҡала көрәшә. Ҡала халҡына тәүлегенә 150 грамм ғына икмәк бирелә. Өсөнсө класс уҡыусыһы Таня Савичеваның 9 битлек көндәлеге тетрәндергес көскә эйә документ була. Нюрнберг процесында был ҡыҙҙың яҙмалары дошманды ғәйепләү документтары рәтендә ҡарала.
Бар ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, ғалимдар тәжрибәләр үткәрә, 13–14 йәшлек үҫмерҙәр станоктар артында эшләй. Ольга Бергольц үҙ шиғырҙарында ленинград халҡының батырлығын данлай, Дмитрий Шостакович үҙенең танылған 7-се симфонияһын ижад итә һәм башҡара.
Совет армияһының 1944 йылғы ҡышҡы кампанияһы Ленинград һәм Новгород ҡалалары эргәһендәге һөжүмдән башлана. Фашист ғәскәрҙәренә ҡаршы алышты генерал Л.А. Говоров етәкселегендәге Ленинград, генерал К.А. Мерецков етәкселегендәге Волхов һәм генерал М.М. Попов етәкселегендәге 2-се Балтиҡ буйы фронттары ғәскәрҙәре алып бара. 1944 йылдың 14 ғинуарында һөжүм башлана һәм ҡаланың блокадаһы өҙөлә, Ленинград, Калинин өлкәләре дошмандан азат ителә. Дошман 220–280 километр көнбайышҡа алып ташлана. 1944 йылдың 27 ғинуарында Ленинград ҡалаһында яңғыраған артиллерия салюты ҡаланың 900 көнлөк ҡамауы алып ташланыуын бар донъяға хәбәр итә. Был бар совет халҡының оло еңеүе була. 930 меңдән ашыу кеше “Ленинградты һаҡлаған өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. 1945 йылдың ғинуарында ҡала ленин ордены менән бүләкләнә, ә 1965 йылдың 8 майында данлыҡлы “Герой ҡала” исеме бирелә.
Беҙ Еңеүҙең ниндәй ауырлыҡтар аша килгәнен мәңге иҫебеҙҙә тоторға бурыслыбыҙ. Мемориаль Пискарев ҡәберлегендә 157 мең Ленинградты һаҡлаусы яугир һәм ябай ҡала халҡы мәңгелек йоҡоға талған.


Р. Асҡаров, тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе.


Читайте нас: