Беҙҙең Ҡыйғы
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Ғинуар 2019, 16:47

Тарих буйынса олимпиада призеры

Тарих буйынса Бөттә Рәсәй уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабында беҙҙең райондан муниципаль этап еңеүселәре: Түбәнге Ҡыйғы урта мәктәбе 9-сы класс уҡыусыһы Аилия Абзалова менән Үрге Ҡыйғы ауылы лицейы 9-сы класс уҡыусыһы Алик Зиннуров ҡатнашты.

Төбәк этабы ике турҙан торҙо. Беренсеһендә уҡыусыларға тарих курсының төрлө бүлектәренән 15 мәсьәлә тәҡдим ителде. Нигеҙҙә был мәсьәләләр Ватан тарихына ҡағылышлы ине. Икенсе турҙа улар ике инша яҙҙы: тарихи сығанаҡҡа анализ (проект), ниндәйҙер тарихсының йә иһә замандашыбыҙҙың фекерен анализлау һәм баһалау (тарихи эссе).
Ике тур йомғаҡтары буйынса Алик Зиннуров призлы урынға лайыҡ булды. Бында, һис шикһеҙ, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы Гөлфиә Шәрәфетдинованың өлөшө ҙур. Ул үҙ уҡыусыһын олимпиадаға ентекле әҙерләгән.
Беҙ призерҙы һәм уның уҡытыусыһын ҡайнар ҡотлайбыҙ. Уларға артабанғы уңыштар, яңынан-яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ!
И. Мөхәррәмова, мәғариф бүлеге район методика кабинеты мөдире.

Читайте нас: