Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Февраль 2019, 14:19

“ҠАТЫ ЕЛ-ДАУЫЛҒА ҠАРАМАҪТАН, УЛАР АТЛАНЫ ЛА АТЛАНЫ”

Сталинград алышы 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышының мөһим өлөшө булып тора. Ул 1942 йылдың 17 июлендә башлана һәм 1943 йылдың 2 февралендә тамамлана. Хәрби хәрәкәттәр характеры буйынса Сталинград алышы ике осорға бүленә: 1942 йылдың 17 июленән 18 ноябренә тиклем барған оборона һәм 1942 йылдың 19 ноябренән 1943 йылдың 2 февраленә тиклем барған һөжүм, Сталинград (1961 йылдан – Волгоград) эргәһендә немец-фашист ғәскәрҙәрен ҡыйратыу.

Сталинград эргәһендәге еңеү һуғыш барышында хәл иткес роль уйнай. Совет ғәскәрҙәре стратегик инициативаны үҙ ҡулына ала һәм уны һуғыш ахырынаса һаҡлап ҡала. Фашист блогының Сталинград эргәһендәге еңелеүе союздаш- тарының Германияға ҡарата ышанысын кәметә, Европа илдәрендә Ҡаршылыҡ күрһәтеү хәрәкәтенең әүҙемләшеүенә йоғонто яһай. Япония менән Төркиә СССР-ға ҡаршы әүҙем хәрәкәттәр алып барыу планынан баш тартырға мәжбүр була. Сталинград эргәһендәге еңеү Совет ғәскәрҙәренең һынмаҫ рухын, ныҡлығын, ҡаһарманлығын күрһәтә.
Сталинград алышы барышындағы хәрби хеҙмәттәре өсөн, 44 берләшмәгә һәм часҡа почетлы исемдәр бирелә, 55-е ордендар менән бүләкләнә, 183-ө гвардия итеп үҙгәртелә.
Меңәрләгән һалдат һәм офицер хөкүмәт наградаларына лайыҡ була. 112 иң ҡыйыу яугир Советтар Союзы Геройы исемен ала.
Героик оборона хөрмәтенә совет хөкүмәте 1942 йылдың 22 декабрендә “Сталинградты обороналаған өсөн” миҙалын булдыра, уның менән 700 мең кеше бүләкләнә.
1945 йылдың 1 майында Юғары Баш командующийҙың бойороғо менән Сталинград герой-ҡала тип атала. 1965 йылдың 8 майында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 20 йыллығын байрам итеү хөрмәтенә герой-ҡала Ленин ордены һәм “Алтын йондоҙ” миҙалы менән наградлана.
Беҙҙең хәбәрсе.

Читайте нас: