“Ә.А. Әхмәтдинов” КФХ-һы фермаһында мал ҡышлатыу көйлө генә дауам итә. Бында 50 баштан ашыу һыйыр малы аҫрала. Һөт етештереү менән Әҙил Алис улы 2018 йылда ғына шөғөлләнә башлаған. Малдар бәйҙә тотола. Уларҙы Юрий Горячев менән Ислам Хәйретдинов ҡарай. Рулондарҙағы бесән бинаға тракторҙа ташыла, һуңынан малсылар уларҙы утлыҡсаларға һалып сыға. Ферманың үҙ скважинаһы бар, һыу утлыҡсаларға бирелә. Бинала йылы һәм ҡоро.
Бесән әҙерләүҙе хужалыҡ оптималь срокта – күп йыллыҡ һәм тәбиғи үләндәр сәскәгә төймәләнгән һәм сәскә атҡан ваҡытта уҙғарған. 200 тонна ғына талап ителһә лә, 546 тонна яҡшы сифатлы бесән әҙерләнгән, бөгөн ул малдар алдынан өҙөлмәй. Ихтыяж 30 тонна булғанда, 50 тонна иген фуражы запасы булдырылған. Һыйырҙарҙың рационына тоҙ, аҡбур һәм балансланған ҡатнаш аҙыҡ индерелгән. Һуңғыһын туранан- тура хужалыҡта иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар ҡатнашмаһынан әҙерләйҙәр. Һыйырҙар көнөнә ике тапҡыр һауыла. Һәр ҡайһыһынан тәүлек һауым 10 кг тәшкил итә. Һауынсы Зөлфиә Ғәниева (һүрәттә) тәгәрмәсле күсмә һауыу ҡорамалы ярҙамында эшләй.
“Яңы өлгөләге һауыу аппаратын беҙ Миәс ҡалаһынан алып ҡайттыҡ. Ул заманса материалдарҙан яһалған һәм бик уңайлы. Уның ярҙамында бер сәғәт эсендә 8–10 һыйырҙы һауырға мөмкин. Тауышһыҙ эшләй тиерлек, шуға ла көрәнкәйҙәр тыныс ҡына тора,” – ти фермер, ҡыуанысын йәшермәйенсә. Фермала һәм баҫыуҙа продукция етештереү өсөн, заманса ҡорамалдар һәм техника талап ителә, тип билдәләй ул.