Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Февраль 2019, 15:18

Сәләмәт булһаң – шатлыҡ

Район китапханаһының уҡыу залында “Сәләмәт булһаң – шатлыҡта көн итерһең” девизы аҫтында Сәләмәтлек көнө үтте. Унда Үрге Ҡыйғы ауылы лицейының 9-сы клас уҡыусылары һәм уҡытыусылар ҡатнашты.

Сарала беҙ оҙон ғүмерле һәм әүҙем булыу өсөн, һаулыҡты нисек итеп һаҡларға була, тигән һорауға бергәләп яуап бирергә тырыштыҡ.
Сәләмәт туҡланыу, сәләмәт тормош алып барыу, тормош ҡыйынлыҡтарынан сығыу юлдары һәм башҡалар хаҡындағы “Үҙ һаулығыңды үҙең ҡайғырт” темаһына берләштерелгән китаптарға күҙәтеү яһалды. Сараның һуңында беҙ һәр төрлө файҙалы һәм мауыҡтырғыс кәңәштәр яҙылған кескәй “кирбестәрҙән” “Һаулыҡ стенаһын” йыйҙыҡ.


Г. Мирғәлина, уҡыу залының баш китапханасыһы.

Читайте нас: