Әлеге ваҡытта халыҡ өсөн Абзай урта мәктәбе филиалы – Алағуз башланғыс мәктәбе ҡыйығын ремонтлау иң мөһим мәсьәлә булып тора. Бөгөнгә эштәр хаҡын билдәләү башҡарылған, экспертиза уҙғарылған һәм смета төҙөлгән. Мәктәп ҡыйығын ремонтлауға 1 миллион 32 мең һум аҡса талап ителә.
Йыйылышта ҡатнашыусылар спонсорлыҡ ярҙамы суммаһын һәм халыҡ индерәсәк өлөштө билдәләне. Халыҡҡа 105 мең һум аҡса йыйырға һәм шунса уҡ спонсорлыҡ ярҙамын йәлеп итергә кәрәк.
Абзай ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы З. Камалов әйтеүенсә, ауыл биләмәһе халҡы ошо программала 2017 йылдан ҡатнаша, ул ваҡытта Мәсәктә балалар майҙансығы төҙөлгән. 2018 йылда Абзай мәктәбендә тәҙрәләр яңыртылған.
“Алағуз ауылы халҡы әүҙем. Был программала ҡатнашыу мөһимлеген улар яҡшы аңлай. Шуға ла беҙҙең заявка конкурсты уңышлы үтер, ә беҙ берлектә финанслауҙың кәрәкле суммаһын ваҡытында йыя алырбыҙ, тип ышанам. Спонсорлыҡ ярҙамына һәм халыҡтың эштәр барышында булышлыҡ күрһәтеренә лә өмөтләнәбеҙ,” – ти ул.