Тыуған колхозының баҫыуҙары уға бала саҡтан таныш була. Йәйге каникул мәлдәрендә класташтары менән сөгөлдөр утай, картуф йыйыуҙа ярҙамлаша. Әсәһе Нәсимә Вәли ҡыҙы район дәүләт орлоҡсолоҡ инспекцияһында агроном булып эшләй. Радик йыш ҡына уның эшенә килеп, лабораторияла киләсәк уңыштың нигеҙе – иген культуралары орлоҡтары шытыуын мауығып күҙәтә. Атаһы Хәмит Ғаяз улы колхозда баш зоотехник була.
Агроном вазифаһында колхоз баҫыуҙарына ул Дыуан ауыл хужалығы техникумын тамамлағас сыға, агроном-агрохимик, хисапсы, агроном-орлоҡсо булып эшләй, бригаданың комсомол ойошмаһына секретарь итеп һайлап ҡуялар.
“Миңә С. Хилажев, Р. Мөхәмәтдинов, Р. Ҡәнипов, Д. Кирханов, Л. Шаһивәлиева, Ю. Ғәйфуллиндар кеүек тәжрибәле етәкселәр һәм белгестәр менән эшләү бәхете тейҙе. Уларҙан күп нәмәгә өйрәндем. Баҫыу эштәре башланыр алдынан механиктар, механизаторҙар менән кәңәшләшә торғайным. Колхозда бит эш коллектив менән башҡарыла, һөҙөмтә һәр кемдең өлөшөнән тора,” – тип һөйләй Р. Ильясов.
Урта звено белгесе эштәр масштабын, хужалыҡтың етди перспективаһын аңлап, белемен үҫтереү маҡсатында Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетына ситтән тороп уҡырға инә.
Ул йылдарҙа Ленин исемендәге колхоздың хеҙмәт күрһәткестәре бар өлкәләрҙә лә юғары була. Колхоз идараһы уның ойоштороу һәләттәрен баһалап, уға картуф үҫтереү буйынса хужалыҡ иҫәбе звеноһына етәкселек итеүҙе ышанып тапшыра. Ул ваҡытта хужалыҡта, орлоҡ материалын сорттарға айырыуҙы һәм картуф йыйыуҙы ҡул көсө менән башҡарып, 80 гектар майҙанда картуф үҫтерелә ине. Ә Ҡыйғы картуфына республика ҡалаларында һорау ҙур булды. Радик Хәмит улы, перспективалы белгестәрҙең береһе булараҡ, Бөтә Союз ғилми картуфсылыҡ институтына уҡыу курсына ебәрелә. Уҡып ҡайтҡас, ул “икенсе икмәк”те Голландия технологияһы буйынса үҫтереү элементтарын ғәмәлгә индереүгә тотона. Етештереү процесын алып барыу өсөн ике комплект ҡорамалдар, сортлы бүлбеләр ҡайтарыла. Сәсеү майҙаны 160 гектарға еткерелә. Малдарҙы һимертеү комплексы эргәһендә заманса картуф һаҡлағыс булдырыла. Орлоҡ сифатында бында 200 тоннаға тиклем сортлы картуф һаҡлана. Звенола тәжрибәле механизаторҙар А. Ҡәнипов, Ш. Ниғәмәтов, Ю. Ниғәмәтов, Ф. Фәрхиуллин һәм башҡалар эшләй. Механизаторҙарға ял итергә ваҡыт биреү өсөн, агроном үҙе лә йыш ҡына техника руле артына ултыра. Хеҙмәтте ойоштороуҙың яңы формаһы агрономдың тырышлығы арҡаһында республикала ла ҙур уңышҡа өлгәшә. Коллектив яңы хыялдар менән йәшәй, әммә ауыл хужалығын үҙгәртеп ҡороуҙар башлана. Колхоз тарҡалғас, Р. Ильясовты Ҡыйғы районы буйынса үҫемлектәрҙе һаҡлау (БашСТАЗР) агрономы итеп саҡыралар. Ете йылдан һуң, эш урындарына оптимизация саралары башланыу сәбәпле, был хеҙмәт тарҡала.
Үҙ эшенең оҫтаһы булған тәжрибәле белгескә “Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге” федераль дәүләт учреждениеһының Ҡыйғы районындағы баш агрономы вазифаһын тәҡдим итәләр. Бөгөн Р. Ильясов райондың үҫемселек тармағында тырышып эшләй, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша.
Радик Хәмит улы – өлгөлө ғаилә башлығы. Тормош иптәше Ғәлиә Муллағәли ҡыҙы – Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһының теш дауалау кабинеты шәфҡәт туташы – менән улдары Анил һәм ҡыҙҙары Әлфиәне тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улар икеһе лә медицина өлкәһендә эшләп йөрөй. Радик Хәмит улы иҫ киткес хәстәрлекле олатай ҙа, уның дүрт ейәне үҫеп килә. Улар өсөн ҙур ихласлыҡ менән йорт эргәһе баҡсаһында файҙалы йәшелсәләр һәм емешеләк үҫтерә.