Беҙҙең Ҡыйғы
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Февраль 2019, 18:59

Радий Хәбиров: Эш биреүселәрҙе хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығы тураһында ҡайғыртырға дәртләндерергә кәрәк

«Хеҙмәт баҙары бөгөн яңы компетенциялар талап итә, хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри оҫталығының кәрәге тиҙ бөтә. Шуға күрә мәғариф системаһының да, кешеләрҙең дә үҙгәрештәрҙән артта ҡалмауы бик мөһим», — тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Өфөләге Конгресс-холда барған «Хеҙмәт өлкәһе киләсәге» халыҡ-ара форумының пленар ултырышын асып.

Уның һүҙҙәренсә, бөгөн хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығына ҙур иғтибар бүлергә кәрәк. Тап һау-сәләмәт һәм бәхетле кеше – хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу өсөн ҙур потенциал.
Башҡортостан етәксеһе республиканың әле мотлаҡ медицина страховкалауы тураһындағы законға үҙгәрештәр индерергә йыйыныуы тураһында һөйләне. Унда хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығын яҡшыраҡ хәстәрләһендәр өсөн эш биреүселәрҙе дәртләндереү механизмын әҙерләргә тәҡдим ителә.
«Тәү сиратта был диспансерлаштырыуға ҡағыла, уны исем өсөн генә түгел, ә сифатлы итеп үткәреү зарур. Шуға күрә дәүләт яғынан матди дәртләндереү кәрәк», — тине Радий Хәбиров, конференция модераторы, «Рәсәй» телеканалы алып барыусыһы Сергей Брилевтың һорауына яуап биреп.
Читайте нас: