Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Февраль 2019, 18:41

ҒАИЛӘ БӘХЕТЕ НИМӘНӘН ТОРА?

Ғинуар айында Учалы ҡалаһында булған фажиғәле хәл тынғылыҡ бирмәй. Ҡарап тороуға бәхетле, ике бала тәрбиәләгән йәш ғаилә… Йәш ирҙә ҡапыл уянған үлемесле асыу ете баланы етем итә, уның ғаилә проблемаларында бер ғәйептәре лә булмаған, киләсәккә уй-хыялдар менән йәшәгән башҡа кешеләрҙең ғүмерҙәрен өҙә, уның үҙенең дә донъяла артабан йәшәүенә кәртә ҡуя. Был ҡылыҡ эскелек арҡаһында килеп сыҡҡан тиһәк инде… Ул саҡта ни өсөн үҙ-үҙенә лә ҡул һалған? Был ҡурҡыныс хәлдең килеп сығыуына нимә сәбәпсе булған? Ғаилә һуғыш майҙанына әүерелмәһен өсөн, нимә эшләргә кәрәк?

Ғаилә ҡорғансы йәш кешеләр – ҡыҙҙар ҙа, егеттәр ҙә үҙ өҫтәрендә эшләй: тышҡы ҡиәфәттәре, телмәрҙәре, ҡылыҡтары хаҡында ҡайғырта. Һәм бына туй уҙа. Күптәрҙә, иң мөһим эш эшләнде, хәҙер үҙеңә ял бирергә лә була, тигән фекер килеп тыуа. Үҙебеҙҙең “икенсе яртыбыҙҙы” беҙҙең теләккә генә бойһоноп, тик беҙҙең мәнфәғәтебеҙ хаҡына ғына йәшәргә тейешле шәхси милкебеҙ һымаҡ ҡабул итә башлайбыҙ. Йыш ҡына үҙебеҙҙең тышҡы ҡиәфәтебеҙҙең һәм эске донъябыҙҙың торошона иғтибар бирергә лә онотабыҙ. Тормош иптәшебеҙҙең кәйефенә, әйткәндәренә әһәмиәт бирмәй башлайбыҙ. Ҡыҫҡаһы, уртаҡ ғаилә тормошон һәр кем үҙенсә төҙөй.
Һәм бер мәл килеп шуны аңлайһың: ғаилә бөтөнләй минең ҡағиҙәләрем буйынса йәшәмәй, беҙ бындай ғаилә ҡорорға теләмәгән инек… Аптырайбыҙ, үҙебеҙҙең ризаһыҙлығыбыҙҙы белдерә башлайбыҙ, һуңынан инде һәр төрлө низағтар арта. Берәүҙәр, ғаилә мөнәсәбәттәрен һаҡлап ҡалыу өсөн, эске күңел ресурстарын эшкә егә: үҙҙәренең мин-минлеген еңеп, ғаилә тормошон, мөнәсәбәттәрҙе яңы шарттарҙа ҡора башлай һәм күптәр ғаиләләрен һаҡлап ҡалып, бәхеткә өлгәшә. Әммә ғәмәлдә барыһы ла холоҡтарын еңеп, мин- минлектәренә баш була алмай. Ир менән ҡатын бер-береһен тыңлай, әммә ишетмәй, аралашалар, әммә бер-береһен аңламайҙар. Һәр кем үҙен хаҡлы тип фекер йөрөтә. Икеһе лә бәхетһеҙ, икеһе лә бындай хәл килеп сығыуын теләмәгән. Бындай ваҡытта уйлап әйтелмәгән бер һүҙ ҙә, бер ҡылыҡ та янъял килеп тыуыуына сәбәп буласаҡ, бигерәк тә эскән баштан. Бындай хәлдәрҙән күбеһенсә балалар һәм, ирҙәрҙән физик яҡтан ҡалышҡанға күрә, ҡатын- ҡыҙҙар яфа сигә. Шуның өсөн яҡшы һуғышҡа ҡарағанда насар татыулыҡ өҫтөнөрәк булыуын иҫтә тотоп, конфликтты яйға һалырға тырышырға кәрәк. Хәлдән сығыу юлы һәр ғаилә, һәр осраҡ өсөн айырым. Бәхетле ғаилә тормошон һаҡлап алып ҡалыу өсөн, психологтар ҡатын-ҡыҙға, тап бына ҡатын-ҡыҙға, сөнки уларға донъяны ҡороу һәм һаҡлап алып ҡалыу көсө бирелгән, ҡайһы бер кәңәштәр тәҡдим итә:
бер ҡайсан да ирҙәрегеҙгә түбәндәгеләрҙе һөйләмәгеҙ:
– үҙегеҙҙең “элеккеләрегеҙ”: айырылышҡан ирегеҙ, уртаҡ ғаилә ҡорорға яҙмаған егетегеҙ, бергә йәшәгән ир хаҡында;
– ул эшләй алмаған эштәр хаҡында. Мәҫәлән, һеҙ күпме генә “яхта, яхта” тип һөйләһәгеҙ ҙә, ул уны һатып ала алмай, бының өсөн олигархҡа кейәүгә сығырға кәрәк ине;
– хыянат хаҡында. Бер-береһен яратҡан, уйлап эш иткән парҙар бер-береһенә хыянат итмәй, әгәр был хәл теге йәки был сәбәп арҡаһында була ҡалған икән, асыҡтан-асыҡ мөнәсәбәттәр ҡорорға тырышмағыҙ;
– үҙегеҙҙең бала саҡтағы травмаларығыҙҙы. Уларҙы дөрөҫ аңламауҙары мөмкин;
– һәм иң һуңғыһы: әхирәт- тәрегеҙ менән һөйләшеүҙәрегеҙ хаҡында. Әхирәтегеҙҙе аҡыллы итеп һүрәтләһәгеҙ, ирегеҙҙең уның менән ҡыҙыҡһына башлауы мөмкин, әгәр бик аҡыллы түгел тиһәгеҙ, һеҙҙе аралашыуҙан тыя башлаясаҡ. Ә был һеҙгә кәрәкме?
Бөйөк рус классигы Лев Николаевич Толстой, һәр бәхетле ғаилә бер төрлө бәхетле, ә һәр бәхетһеҙ ғаилә үҙенсә бәхетһеҙ, тип яҙған. Һәр кем үҙ ғаиләһенең сетерекле яҡтарын яҡшы белә, шуға күрә үҙ-үҙеңде алдамай, бер нимәгә япһармай, ғаилә бәхетен төҙөү өҫтөндә эш алып барырға кәрәк.
Р. Ҡыямова, Республика йәштәргә социаль- психологик һәм методик ярҙам күрһәтеү үҙәгенең Төньяҡ филиалы етәксеһе.

Читайте нас: