“Беҙҙең кФХ 2012 йылдан эшләй. Бөгөн йөк аттарын үрсетәбеҙ. Туғыҙ бейәбеҙ бар. Ҡолондарҙы һәм йәш айғырҙарҙы бик тиҙ һатып алып торалар. Тағы ла бер ни тиклем һауын һыйырҙары, тана быҙауҙар бар, – тип таныштыра Ғәсән Хәнвәр улы үҙ ғаиләләренең ҙур булмаған, әммә ныҡлы производствоһы менән. – Һөт нигеҙҙә быҙауҙарға эсерелә. Улар көр һәм һау-сәләмәт булып үҫһендәр өсөн, айыртылмаған һөттө йәлләмәйбеҙ. Һауым яҡшы булған осорҙа продукцияны һөт йыйыусыларға тапшырабыҙ. Һыйырҙарҙы махсус аппарат ярҙамында әсәйем Жанна Барый ҡыҙы һауа.
Мал аҙығын туғандарыбыҙ менән әҙерләйбеҙ. Быйылғы ҡышҡа 246 тонна бесән әҙерләнек, был кәрәк булғандың 176 процентын тәшкил итә. артып ҡалғанын халыҡҡа һатабыҙ. Фураж әҙерләү өсөн 35 тонна (планға ҡарата 175%) иген үҫтерҙек”.
Фермерҙарҙың һәр көнө тырыш хеҙмәт менән үтә. Уларҙың һәр ҡайһыһына көн оҙоно ең һыҙғанып эшләргә тура килә. Улар үҙ бәхетен нәҡ хеҙмәттә күрә лә. Киләсәктә иген культураларын сәсеүҙе арттырырға, бесән һаҡлау өсөн келәт һатып алырға ниәтләйҙәр.
“Беҙҙең тәбиғәт шарттарында бесән әҙерләү еңел мәсьәлә түгел. Ләкин уны һаҡлау тағы ла әһәмиәтлерәк, файҙалы сифаттары юғалмауы мөһим. Бесән ҡыйыҡ аҫтында, вентиляциялы урында һаҡланһа, ҡыш аҙағына тиклем уның ҡиммәтле үҙенсәлектәре юғалмаясаҡ,” – ти йәш фермер.