Беҙҙең Ҡыйғы
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Февраль 2019, 18:48

“ДУҪЛЫҠ КҮПЕРЕ”

Район “Ағинәйҙәр” клубының әүҙем ағзалары Салауат районы Малаяҙ ауылында үткән ”Дуҫлыҡ күпере” район-ара конфе- ренцияһында ҡатнашты.

Сарала республика “Ағинәйҙәр ҡоро” етәксеһе, “Киске Өфө” гәзите баш мөхәррире Г. Янбаева, журналист, публицист С. Сурина, шулай уҡ Красноуфимск (Свердловск өлкәһе), Усть-Катав һәм Трехгорный ҡалаларының (Силәбе өлкәһе), Ҡыйғы, Дыуан, Мәсетле, Балаҡатай райондарының ижади коллективтары, делегаттары ҡатнашты.
Сара Салауат Юлаев музейында М. Кру- ковскийҙың “19-сы быуат фотоһү-рәттәрендә башҡорттар” уникаль фотокүргәҙмәһен асыуҙан башланды. Был экспозиция киң йәмәғәтселеккә тәүге тапҡыр тәҡдим ителә һәм килеүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Һуңынан район мәҙәниәт йортонда байрам концерты һәм “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы ағзаларының сығыштары барҙы.
Г. Зарипова.

Читайте нас: